Ауылдарҙа муллыҡ һәм байлыҡ байрамдары дауам итә. Йылайыр районының Сәләх ауылында ла уңғандар ҡаҙ өмәһе үткәргән. Ауылдың иң уңған хужабикәләренең береһе Зөләйха Солтановаға ярҙамға Йомағужа ауылынан Әминә Иҫәнбаева, ауылдан Зөлфирә Солтанова, Хәбирә Батисова һәм Лилиә Иҫәнбаева килгән. Улар тиҙ арала ҡаҙҙарҙы йолҡоп, таҙартып та ҡуйған. Тормош иптәштәре өмәселәргә ҡаҙҙарҙы өтөп биргән, ярҙамлашҡан. Күмәкләгән - яу ҡайтарған тигәндәй, тиҙ арала уңған ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙҙарҙы таҙартҡан, йыуған. Кискә хужабикә өмәселәрҙе ҡаҙ боттары менән һыйлаған. Ни тиһәң дә, ауылда әле лә һаҡланып ҡалған өмәләрҙең булыуы, күмәкләшеп төрлө эштәрҙе башҡарыуҙары, аралашып йәшәүҙәре - үҙе бер матур күренеш. Ә һеҙҙең яҡтарҙа ҡаҙ өмәләре башландымы әле? Фото: Лилиә Иҫәнбаева.