Найти в Дзене

Һаулығыңды... онлайн һаҡла

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Йәмәғәтселек һаулығы үҙәге “ОНЛАЙН форматындағы сәләмәтлек мәктәбе”н асты. Проект һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт туҡланыу һәм физик әүҙемлек буйынса иң көнүҙәк темаларға видеороликтар циклын булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. “Әүҙем оҙон ғүмерлелек академияһы” тип аталған беренсе цикл әҙер, уларҙы медицина ойошмаларының сайттарында һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡарарға мөмкин. Видеоны ҡарап, түбәндәгеләрҙе белергә була: “Йоҡоно нисек сәләмәт итергә”; “Ниндәй физик әүҙемлек төрҙәре рух күтәренкелегенә ярҙам итә”; “Нисек организмға зыян килтермәй генә рациональ туҡланырға”; “Ата-әсә йортонда нимәләр эшләү мотлаҡ”. “Онлайн” форматындағы сәләмәтлек дәрестәре ковид пандемияһы осоронда үҙенең йоғонтололоғон раҫлаған. Уларҙың көнүҙәклеге әле лә һаҡланып килә. Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/video/playlist/-65529261_54327174