Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ауыл эшсәндәре наградалар, автомобилдәр алды

Бөгөн Өфөлә Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл хужалығы тармағының иң яҡшы вәкилдәренә Рәсәй һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. - Бөгөн был ҡатмарлы тармаҡты, мөһим һөнәрҙәрҙе һайлаған кешеләрҙе хөрмәтләйбеҙ. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлауҙар ҡабул итегеҙ. Һеҙҙең һөнәри өҫталыҡ, тырышлыҡ, һайланған эшкә тоғролоҡ танылыуға лайыҡ, – тине республика башлығы. Радий Хәбиров фекеренсә, республика өсөн ауыл хужалығы тармағы айырым әһәмиәткә эйә. Игенселәр хеҙмәте Башҡортостанға бөгөн ышаныслы аҙымдар менән алға барыуға этәргес булып тора. - Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, быйыл аграрийҙар республиканы яҡшы уңыш менән ҡыуандырҙы. Агросәнәғәт комплексының юғары ҡаҙаныштары артында уларҙың көндәлек тырыш хеҙмәте тора. Бөгөнгө заман һынауҙарын иҫәпкә алып, ауыл хужалығы тармағына эшләгән күп кенә ир-егеттәр махсус хәрби операция зонаһына юлланды һәм тыныс тормошобоҙҙо намыҫлы яҡлай. Беҙ уларға ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Уларҙың барыһы ла ысын геройҙар. Уларҙы еңеү менән көтәбеҙ! Бынан тыш, һалдаттарыбыҙға ярҙам иткәнегеҙ, уларҙы аҙыҡ-түлек менән тәьмин иткәнегеҙ, гуманитар ылауҙар булдырыуҙа әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт, — тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы бөгөн юғары наградаларға лайыҡ булған тармаҡ ветерандарын айырым билдәләне. Зиләвир Мәҡсүтов 50 йыл самаһы ауыл хужалығы тармағында эшләй. Бөгөн Ауырғазы районының «Дружба» хужалығында эшләй. Уның ҡулы аҫтында иген культураларының иң яҡшы элиталы орлоҡтары үҫтерелә. Зиләвир Хәйҙәр улы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү менән әүҙем шөғөлләнә. Рәлиф Ханов 40 йылдан ашыу Саҡмағош районының «Герой» колхозында механизатор булып эшләй. Рәлиф Ғәбиҙуллин улы кеүек хеҙмәт геройҙары ярҙамы менән хужалыҡ уңышты арттырыу, юғалтыуһыҙ йыйып алыуға өлгәшә. Йәрмәкәйҙән «Спартак-Агро» директоры Рәүил Аҡбаров бер нисә йыл рәттән «Йылдың иң яҡшы етәксеһе» тип таныла. Тыуған төйәген төҙөкләндереүгә күп көс һала ул: ғибәҙәтханаларҙы тергеҙеү, социаль объекттарҙы ремонтлау буйынса «Атайсал» проектында әүҙем ҡатнаша. Сирек быуат самаһы Гөлназ Чернышева Дүртөйлө районының «Шишмә» тоҡомсолоҡ хужалығында һауынсы булып эшләй. Утарҙа иң яҡшыларҙың береһе, район һәм республика һөнәри оҫталыҡ конкурстарында даими еңеү яулай. Ә быйыл йәй Гөлнәз Йәүҙәт ҡыҙы һауынсы-операторҙар араһында Бөтә Рәсәй конкурсы дипломын алды. - Һәр берегеҙ тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Киләсәккә ышанысыбыҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә сәләмәтлек, именлек, тыныслыҡ теләйем, — тине Радий Хәбиров һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. Илеш районының «Урожай» тоҡомсолоҡ хужалығы генераль директоры Айҙар Мөхәрләмов республика Башлығына тармаҡты даими хәстәрләгәне һәм ауыл халҡының ихтыяждарына ҙур иғтибар бүлгәне өсөн рәхмәт белдерҙе. - Беҙҙең предприятиелар үҫешә, бөгөн ерҙә эшләргә теләүселәр өсөн бөтә шарттар бар. Башҡортостандың ауыл хужалығы эшсәндәре артабан да республиканың һәм Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Һеҙҙең ярҙамығыҙ менән тиҙ арала ике мең баш һауын һыйыр тотоу мөмкинлеге биргән комплекс төҙөнөк, көнөнә 60 тонна һөт етештерәбеҙ, 10 мең гектар ерҙә төрлө культуралар сәсәбеҙ. Хужалыҡта 170 кеше эшләй һәм уларҙың 70 проценты – йәштәр, тип ғорурланып әйтә алам», — тине "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре" исемен алған Айҙар Мөхәрләмов. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров “Торатау” конгресс-холлында ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне һәм шулай уҡ Хөкүмәт наградалары тапшырҙы. Тантаналы сараның иң күңеллеһе – ауыл хужалығы алдынғыларын машина асҡыстары тапшырыу мәле булғандыр. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.