Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Үләһем килмәй..."

Социаль селтәрҙәрҙә 93 йәшлек инәйҙең видеоһы таралды. Унда ул бик тасуири итеп үҙе яҙған шиғырҙы һөйләй. Кем икән, танымайһығыҙмы? Ә шиғыры "Үләһем килмәй" тип атала. Үләһем килмәй Ҡышын үләһем килмәй,Яҙҙы күрәһем килә.Гөрләп аҡҡан ҡар һыуҙарынҠарап тораһым килә.Яҙын үләһем килмәй,Йәйҙе күрәһем килә.Матур-матур сәскәләрҙәнҠалпаҡ үрәһем килә.Йәйен үләһем килмәй,Көҙҙө күрәһем килә.Ҡыр ҡыҙҙарының киткәненҠарап тораһым килә.Көҙҙөн үләһем килмәй,Ҡышты күрәһем килә.Ап-аҡ ҡарҙар яуғас,Ҡарҙар көрәйһем килә. Бик тә мәғәнәле, матур шиғыр. Ә инәйгә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ. Сығанаҡ: https://vk.com/im?sel=166873706&w=wall231484436_5972%2Fa78e2fe22e875ac037