Архангелдә боронғо кәсепте һаҡлаусылар – туҡыусылар фестивале үтте Мәҙәниәт йортонда ике көн дауамында оҫталыҡ дәрестәре һәм күргәҙмәләр ойошторолдо. Туҡыусылар, балаҫ һуғыусылар менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.Ярты быуат тәжрибәһе булған туҡыусы Тамара Каташова иғтибар менән балаҫтың барлыҡҡа килеүен күҙәтә. Күҙәтә генә түгел, үҙенең өйрәнсегенең һәр яңылыш аҙымын төҙәтеп бара. Ижади эшкә башҡаларҙы ла өйрәтеүгә күнегеп бөткән ул. Ағиҙел башҡорт художество кәсептәрендә эшләү дәүерендә цех буйынса һәр хеҙмәттәше менән тәжрибә уртаҡлаша. Орловка ауылында Тамара Ильинична үҙенсәлекле туҡыу техникаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Остазы саҡ ҡына иғтибарын ситкә йүнәлттеме, өйрәнсеге Фәһимә Хәлилова яңылыша һалып бара. Ун йылдан ашыу туҡыу тәжрибәһе бар уның, шулай ҙа яңы алым таһыллыҡты тағы ла шымартыуҙы талап итә.Күрше станокта тағы ла бер оҫталыҡ дәресе – башҡорт балаҫын һуғыу. Яңы башлап ҡына йөрөүсе туҡыусы ҡыҙҙар, был кәсеп юғары математиканан да ҡатмарлы, ти шаяртып. Айышына
Архангелдә боронғо кәсепте һаҡлаусылар – туҡыусылар фестивале үтте
1 ноября 20231 ноя 2023
3
1 мин