Хәйбулла районында Ғәҙәттән тыш хәл тәртибе индерелгән Сөнки оҙайлы ҡойма ямғырҙар сәбәпле бында ауыл хужалығы культуралары уңышы һәләк булған. Ошо турала Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә иғлан ителде. Хөкүмәт ултырышында Башҡорт ихаталары программаһының уңыштары, юлдар төҙөлөшө, йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләре лә ҡаралды. Тулыраҡ Закир Шәрипов репортажы.Йылытыу миҙгеленә быйыл 58 муниципаль берәмек әҙер, тип танылған. Ә бына 5 муниципалитет буйынса иҫкәрмәләр булған. Бында һүҙ Әбйәлил, Белорет, Борай, Ҡалтасы райондары һәм баш ҡалабыҙ Өфө тураһында бара. Әҙерлек паспортын алыр өсөн район-ҡалаларға 15 ноябргә тиклем етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушылған. Был мәсьәлә Башҡортостан Башлығының иғтибарынан ситтә ҡалманы.Киләһе йылда ла “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндереү дауам итәсәк. Халыҡ һәм муниципалитеттар менән ниндәй биләмәләрҙе тәртипкә килтереү буйынса килешелгән. Быйыл, мәҫәлән, 30 муниципаль берәмектә 206 ихата тәртипкә килтерелгән. Б