Найти в Дзене

Үҙенсәлекле кешеләрҙең уйындарын күҙәтеү бик тулҡынландырғыс булды

Йәмәғәтселектең иғтибарын тирә-яғыбыҙҙа йәшәгән мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең проблемаларына йүнәлтеү маҡсатында төрлө саралар уҙғарыла. Мәләүез районында урынлашҡан "Тау һауаһы" балалар һауыҡтырыу лагерында терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған кешеләр араһында өҫтәл теннисы һәм дартс буйынса 32-се Спартакиада иҫәбенә республика ярыштары үтте. Баймаҡ, Учалы, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Туймазы, Благовещен, Шишмә, Әбйәлил, Ейәнсура, Өфө һәм башҡа райондарҙан, Салауат, Күмертау, Өфө, Стәрлетмаҡ ҡалаларынан 22 команда килде. Мәләүездәр намыҫын Артем Гәрәев, Ринат Дәүләтшин, Раян Садиҡов, Ирина Пушка яҡланы. “Спортсыларыбыҙ лайыҡлы сығыш яһаны, тип ҡыйыу әйтә алабыҙ. Ирина Пушка теннис буйынса беренсе һәм дартс буйынса икенсе урын яуланы. Артем Гәрәев теннис буйынса беренсе урынды ҡулдан ысҡындырманы. Ринат Дәүләтшин дартс буйынса икенсе урында. Раян Садиҡов та яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Һөҙөмтәлә дартс буйынса Мәләүез командаһы икенсе урында”, - ти инвалидтар ойошмаһы матбуғат секретары Миләүшә Ишбу

Йәмәғәтселектең иғтибарын тирә-яғыбыҙҙа йәшәгән мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙең проблемаларына йүнәлтеү маҡсатында төрлө саралар уҙғарыла. Мәләүез районында урынлашҡан "Тау һауаһы" балалар һауыҡтырыу лагерында терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған кешеләр араһында өҫтәл теннисы һәм дартс буйынса 32-се Спартакиада иҫәбенә республика ярыштары үтте. Баймаҡ, Учалы, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Туймазы, Благовещен, Шишмә, Әбйәлил, Ейәнсура, Өфө һәм башҡа райондарҙан, Салауат, Күмертау, Өфө, Стәрлетмаҡ ҡалаларынан 22 команда килде. Мәләүездәр намыҫын Артем Гәрәев, Ринат Дәүләтшин, Раян Садиҡов, Ирина Пушка яҡланы. “Спортсыларыбыҙ лайыҡлы сығыш яһаны, тип ҡыйыу әйтә алабыҙ. Ирина Пушка теннис буйынса беренсе һәм дартс буйынса икенсе урын яуланы. Артем Гәрәев теннис буйынса беренсе урынды ҡулдан ысҡындырманы. Ринат Дәүләтшин дартс буйынса икенсе урында. Раян Садиҡов та яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Һөҙөмтәлә дартс буйынса Мәләүез командаһы икенсе урында”, - ти инвалидтар ойошмаһы матбуғат секретары Миләүшә Ишбулатова. Теннис - оҫталыҡ, тәртип талап иткән тамашалы ҡомарлы уйын. Үҙенсәлекле кешеләрҙең уйындарын күҙәтеү бик тулҡынландырғыс булды. Баймаҡ ҡалаһынан спортсы Ринат Ишкилдин, ике ҡулы булмаһа ла, ышаныслы уйнаны. Һис шикһеҙ, ул үҙ категорияһында еңеүсе булды. Тәүге ярыштарҙа Әбйәлил районынан коляскалы йәш спортсы Юлай Аҙнабаев ҡатнашты. Уның һүҙҙәренсә, ярыштар юғары кимәлдә үтте. Ул күп дуҫтар тапты һәм тәжрибә тупланы. Спорт кешеләрҙе бер-береһенә яҡынайта һәм берләштерә шул! Еңеүселәргә һәм призерҙарға Маҡтау грамотаһы, миҙал һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.