Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ер йөҙөндә алтау ғына улар

Ер шарындағы берҙән-бер үҙенсәлекле геонөктә – тик бишле билдәләренән генә торған урын – Балтас районында: 55° 55 ʹ 55 ʹ ʹ. Был урын Яңы Ямурҙа ауылында. Район хакимиәте белгестәре кәңәшмәгә йыйылып, был нөктәне туристар йәлеп итерлек урынға әйләндерер өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәклеге тураһында һөйләшкән. Шуны билдәләргә кәрәк: Ер шарында бындай нөктәләр бары алтау: 11°11ʹ СШ, 11°11ʹВД — Гомбе штаты, Нигерия, 22°22ʹ СШ, 22°22ʹВД —Сахара сүллеге, Ливия, 33°33ʹ СШ, 33°33ʹВД — Урта диңгеҙ акваторияһы, 44°44ʹ СШ, 44°44ʹВД — Ставрополье өлкәһе, Рәсәй 55°55ʹ СШ, 55°55ʹВД — Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй 66°66ʹ СШ, 66°66ʹВД — Ямал-Ненец автономиялы округы, Рәсәй. Һеҙ был урында ниндәй арт-объект урынлаштырыр инегеҙ? Тәҡдимдәрегеҙҙе комментарий итеп яҙырға йәки Балтас районы хакимиәтенә ебәрергә мөмкин: arh21148@yandex.ru Фото: Балтас районы хакимиәтенән алынды.