Бөгөн, 31 октябрҙә, иртәнге сәғәт туғыҙҙар тирәһендә Нефтекама ҡалаһында "Лада Ларгус" һәм мәктәптең “ПАЗ” автобусы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә “Лада Ларгус” водителе һәм уның өс пассажиры, шулай уҡ автобустағы дүрт бала дауаханаға оҙатылған. Республика ЮХХДИ идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, “Лада Ларгус” автомобиле йәйге резинала йөрөүе сәбәпле авария булған. Водитель автомобилгә идараны юғалтып, ҡаршы юлға сығып, автобусҡа бәрелгән. Шулай уҡ бөгөн Сибайҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә Крупская һәм Революция урамдары киҫелешендә авария теркәлгән. Яҡынса фараз буйынса, Сибайҙан 83 йәшлек водитель “ВАЗ-2106” автомобилендә икенсе дәрәжәле юлдан сыҡҡанда “Лада Ларгус” автомобиленә юл бирмәгән, шула арҡала авария булған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә “ВАЗ-2106” автомобиле водителе йәрәхәтләнгән. Дүртөйлө районында ла бөгөн иртәнге сәғәт 10-да Саҡмағош - Дүртөйлө автомобиль юлының 40-сы километрында 60 йәшлек ир “Лада Ларгус” автомобилендә, юлдан ситкә сығып китеп, түңкәрелгән. Юл-транспорт в
Мәктәп автобусы ҡатнашлығындағы аварияла дүрт бала зыян күргән
31 октября 202331 окт 2023
1 мин