Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республикабыҙ йәнә беренсе урын алған

Тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса рейтингтың биш критерийы буйынса төбәгебеҙ тәүге бишәү исемлегенә ингән. Уларҙың өсөһөндә республика беренсе урынды биләгән. Икенсе урында Татарстан Республикаһы булһа, өсөнсөлә Ростов өлкәһе килә. Әйткәндәй, Башҡортостан икенсе тапҡыр рәттән тәүге урынды биләй. Рейтингты “Рәсәй ҡулланыусылар берләшмәһе” ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте төҙөгән. Республикала ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын тәьмин итеү өсөн дүртенсе йыл инде “Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау тураһында” дәүләт программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Бөтә муниципаль берәмектәрҙә лә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса программа документтары индерелгән, шулай уҡ уларҙы үтәү мәсьәләләре буйынса граждандарға консультация һәм мәғлүмәт биреү өсөн кәрәкле ресурстар булдырылған. 2023 йылда Рәсәй Федерацияһы рейтингында субъекттарҙың нисек урынлашыуы менән https://www.potrebitel-russia.ru/?id=1784 һылтанмаһы аша танышырға мөмкин. Фото: