Һауа шарттарының насарайыуына бәйле, бөгөн, 31 октябрҙә, Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автомобиль юлының 222 - 247 километрында 18.00 сәғәттән 21.00 сәғәткә тиклем, Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 67 - 205 километрында 17.30 сәғәттән 21:00 сәғәткә тиклем пассажир автобустары, маршрут таксиҙар, йөк автомобилдәре хәрәкәте сикләнде. Сикләү ваҡытының үҙгәреүе лә ихтимал, тип иҫкәртәләр республиканың ЮХХДИ идаралығынан. – Хөрмәтле юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, епшек ҡар юл хәлен һиҙелерлек насарайтты. Водителдәргә шәхси транспортта йөрөүҙән тыйылырға, йәмәғәт транспортын файҙаланырға кәңәш итәм. Тиҙлек режимын арттырмағыҙ, автомобилдәр араһында араны арттырығыҙ, хәүефһеҙлек ҡайышын тағырға онотмағыҙ. Йәйәүлеләргә билдәләнгән урындарҙа һәм үҙ хәүефһеҙлегегеҙгә ышаныс булғандан һуң ғына юл аша сығырға кәңәш итәм. Дәүләт автоинспекцияһының шәхси составы юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү йүнәлешендә эшләй, – тип белдерҙе республиканың ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов. Фото: шәхси видеояҙманан скриншот.