Найти тему
Башҡортостан гәзите

Атайҙары балаларын иҫенә лә төшөрмәй...

Белорет ҡалаһында Алик Мәхийәновтың эше буйынса ултырыштар дауам итә. Ул элекке ҡатыны Динә Мәхийәнованы йыртҡыстарҙа үлтергәйне. Кисә ултырышта уға һуңғы һүҙ бирелгәйне. Динәнең әсәһе “Честно говоря” тапшырыуы журналистарына әсенеп был ултырыш тураһында һөйләгән. Асыҡланыуынса, ир үҙенең ғәйебен танымай, ғәфү үтенеү һәм компенсация шулай уҡ юҡ. Ир үҙе әсәйһеҙ ҡалдырған ике малайы тураһында иҫенә лә төшөрмәй. Шул уҡ ваҡытта суд ваҡытында ир ҡабаттан психологик-психиатрик экспертиза үткәреүҙе һораған. Ул ошоға тиклем элекке ҡатынын аффект хәлендә үлтереүен дәлилләргә тырыша. “Сираттағы тапҡыр суд үтте. Беҙ шок хәлендә: ул ҡабаттан экспертиза талап итә, аффект хәлендә үлтергәнен дәлилләргә маташа. Ә видеонан барыһы ла күренеп тора: бер ниндәй ҙә аффект хәле юҡ унда. Суд ике минут барҙы... Йомаға тиклем ҡалды. Икенсе йыл ошо хәл дауам итә. Ҡыҙыбыҙҙың булмауына йыл да өс ай үтте. Ошо ваҡыт эсендә ул малайҙары тураһында иҫенә лә төшөргәне булманы. Беҙҙең психологик һәм эмоциональ хәл ауыр. Был судтарға йөрөүе ауыр. Йома хәл ителер тип ышанабыҙ”, – тигән Зайра Хәтмуллина. Дәүләт ғәйепләүсеһе ирҙе 14 йылға иркенән мәхрүм итеүҙе һорай. Экспертиза ул үлтереү ваҡытында үҙ аңында ине тигән һығымта яһағайны. Ә Белорет районы хакимиәтендә эшләгән Динә 32 йәшенә тиклем бер нисә аҙна ғына етә алманы. Элекке ире уны ата-әсәһенең йорто янында көтөп торған һәм 14 тапҡыр бысаҡ менән сәнсеп үлтергән. Уның 6 һәм 13йәшлек ике улы ҡалды. Фото: "Башинформ".