Хөкүмәт кәңәшмәһендә тауарҙарҙы мотлаҡ “Честный знак” билдәһе менән маркировкалау системаһын үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды. Был уларҙың сифатын контролдә тотоу өсөн кәрәк. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев әйтеүенсә, проект илдә 2016 йылдан тормошҡа ашырыла. Уның операторы – перспективалы технологияларҙы үҫтереү үҙәге. Федераль ҡануниәткә ярашлы етештереүсе бик күп төрлө тауарҙарҙы маркировкаларға тейеш – дарыуҙар, тәмәке, һөт, еңел сәнәғәт тауарҙарының ҡайһы бер төрҙәре. Шул уҡ ваҡытта маркировкаларға тейешле тауарҙар һаны даими рәүештә киңәйә. Мәҫәлән, 2023 йылдың 1 апреленән һыра эшләүсе компаниялар, һыра һәм еңел алкоголле тауарҙар етештереүселәр кегтарҙағы тауарға штрих-код төшөрөргә тейеш. 1 октябрҙән – быяла һәм ПЭТ һауыттарға, ә 2024 йылдың 15 ғинуарынан – башҡа төр ҡаптарға ла. Ҡулланыусы ”Честный знак” ҡушымтаһын телефонына ҡуя һәм тауарҙың легаллеген тикшерә, уның составын, етештереү урыны һәм ваҡытын белә, шулай уҡ асыҡланған контрафакт тураһында хәбәр итә ала. – Башҡо