Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

92 йәшлек Ләлә апайҙан өлгө алығыҙ!

Хеҙмәт ветераны, Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берекмәһенең кәңәшсеһе, халыҡ мәғарифы отличнигы Ләлә Бейешева 92 йәштә лә күптәргә өлгө булып ҡала. Ағинәй әле лә республика милли матбуғатынан айырылмай, гәзит-журналдарҙы уҡып, барлыҡ яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара. Шулай уҡ үҙе лә әүҙем мәҡәләләр яҙа. Ләлә Бейешева "Башҡортостан" гәзитенән бер ваҡытта ла айырылғаны юҡ, уның эш өҫтәлендә һәр ваҡыт беҙҙең баҫма ята, шулай уҡ ул гәзитебеҙҙең әүҙем авторы ла булып тора. Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙы һәр мәҡәләне ентекләп уҡый, үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлаша. Бөгөн беҙ гәзиттең тоғро дуҫы булған Ләлә апайҙың хәлен белеп ҡайттыҡ. - Аллаға шөкөр, күҙем күрә, ҡолағым ишетә, аңым теүәл, яйлап булһа ла үҙ аяғымда йөрөйөм. Хоҙай ошо һаулыҡтан айырмаһын, тип теләйем. "Башҡортостан" гәзитен алдырам. Әлеге ваҡытта ул яҡшы сыға, миңә оҡшай, - тине Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙы. Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙына иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ, киләсәктә лә "Башҡортостан" гәзитенән айырылмағыҙ. Хөрмәтле, милләттәштәр, әлеге ваҡытта гәзит-журналдарға яҙылыу бара. Һеҙҙе лә, Ләлә апайҙан өлгө алып, "Башҡортостан" гәзитенә яҙылырға саҡырабыҙ. Шулай уҡ туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға, өлкән йәштәге кешеләргә, мохтаждарға, мәсеттәргә, улдары махсус хәрби операцияла булған ата-әсәләргә гәзит яҙҙыртып, бүләк итә алаһығыҙ. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ! Рәмилә Мусина фотолары.