Найти тему
"Урал" гәзите

Төҙөкләндереү эштәре тамамланды

“Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә Крупская урамында төҙөкләндереү эштәре тамамланды. 44-се, 46-сы, 48-се, 50-се, 52-се, 54-се йорттар янындағы ихата тәртипкә килтерелде. Барлығы 22 мең квадрат метр майҙан төҙөкләндерелде.

Бында заманса балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа килде, видеокүҙәтеү, яҡтыртҡыстар монтажлана, иркен туҡталҡалар, ял итеү зоналары эшләнә, эскәмйәләр ҡуйыла.
Проектты һәм уны тормошҡа ашырыуҙы ҡала хакимиәте йорттар буйынса яуаплылар, йорт хужалары менән килешеп эшләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башгҡорт ихаталары” республика программаһы республика Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. Тәү сиратта халыҡ күп йәшәгән ихаталар ремонтлана. Киләһе йылға Косоротов урамының 9, 9а һәм К.Маркс урамының 50. 50а, 50б, 54-се йорттары ихаталарын комплекслы төҙөкләндереү ҡаралған.

-2

-3
-4
-5