Был көндө уҡыусыларҙың ата-әсәләре мәктәпкә туҡланыу ойошмаһы, көндәлек меню менән танышыу өсөн килә. Артабан ата-әсәләр аш-һыуҙы тәмләп ҡарап, сифатын баһалап, сәфәр йомғаҡтары буйынса чек-листарҙы тултыра һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. Мәғариф идаралығы ата-әсәләргә йылына бер тапҡыр булһа ла ошондай сараларҙа ҡатнашырға, мәктәп менән берлектә килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә һәм дөйөм алғанда туҡланыу сифатын яҡшыртыу буйынса тәҡдимдәр индерергә кәңәш итә. Гөлназ Әмирова, Мәғариф идаралығы белгесе.
27 октябрҙә "Ата-әсәләр сәләмәт туҡланыу яҡлы!» Берҙәм республика асыҡ ишектәр көнө үткәрелде
31 октября 202331 окт 2023
8
~1 мин