Ғәйепләнеүсе 2014 йылдан 2018 йылға тиклем район биләмәһендә эшләмәгән үткәргес торбаны һүтеү һәм һатыу менән шөғөлләнгән урындағы эшҡыуарҙан законһыҙ аҡсалата бүләк биреүҙе талап иткән. Бының өсөн ул район территорияһында эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең тикшереү сараларын үткәргәндә техникаһын тартып алмаҫҡа вәғәҙә бирә. Эшҡыуар, эштәге ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡып, ризалаша һәм даими рәүештә хоҡуҡ һаҡлаусыға кәрәкле суммаларҙы тапшыра. Был осорҙа полиция хеҙмәткәре 2,3 миллион һумдан ашыу аҡса алған. "Республика Эске эштәр министрлығының үҙ именлеге оперативниктары Рәсәй эске эштәр минисрлығының Мәләүез районы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫарының законһыҙ эшмәкәрлек осраҡтарын асыҡланы. Оперативниктар йыйған материалдар нигеҙендә тәфтиш органдары процессуаль ҡарар ҡабул итә. Хеҙмәткәрҙең ғәйебен раҫлаһа, ул кире нигеҙҙәр буйынса эске эштәр органдарынан бушатыласаҡ һәм закон менән билдәләнгән тәртиптә язаһын аласаҡ», — тип аңлатма бирҙеләр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Хәҙер полиция хеҙмәткәренең хеҙмәт һәм йәшәү урынында тентеүҙәр үткәрелә, уның менән енәйәттең бөтә шарттарын һәм шундай уҡ енәйәт осраҡтарын асыҡлауға йүнәлтелгән артабанғы тикшереү эштәре үткәрелә. Бынан алда «Башинформ» Башҡортостанда Туймазы урман хужалығы бүлегенең элекке начальнигы ришүәт алған өсөн суд алдына баҫасағы тураһында хәбәр иткәйне. https://www.bashinform.ru/news/law/2023-10-25/v-bashkirii-zamnachalnika-rayonnogo-otdela-politsii-podozrevaetsya-v-poluchenii-2-3-mln-rubley-vzyatki-3492478
Полиция хеҙмәткәре ике миллион һумдан ашыу ришүәт алған
31 октября 202331 окт 2023
1 мин