Билдәле булыуынса, 26-27 октябрҙә Өфөлә полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форум үтте. Сара полимәҙәни белем биреү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, Рәсәйҙә һәм БДБ илдәрендә полилингваль белем биреүҙе үҫтереүҙең иң яҡшы практикаларын һәм перспективаларын эшләү майҙансығына әйләнде. Форум эшендә федераль закон сығарыу һәм башҡарма хакимиәт органдары, мәғариф өлкәһендә идара итеүҙе ғәмәлгә ашырыусы Рәсәй субъекттары дәүләт хакимиәте органдары вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, фәнни ойошмалар белгестәре, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан Республикаһының полилингваль һәм билингваль белем биреү ойошмалары етәкселәре һәм педагогтары ҡатнашты. Форумдың беренсе көнө программаһы белем биреү ойошмаларына, юғары уҡыу йорттарына барыуҙы, шулай ук экскурсияларҙы, оҫталыҡ дәрестәрен, проекттар яҡлауҙы һәм форумда ҡатнашыусылар менән “түңәрәк өҫтәл”де үҙ эсенә алды. Форумдың икенсе көнө тантаналы сара менән асылды. Унда башҡорт, рус, туған телдәр уҡытыусылары, ике телле һәм полилингваль нигеҙҙә, к