Тыуған яҡтың йылыһын, яҡташтарының хөрмәтен тойған шәхестәр бәхетле. Ниндәй дәрәжәләргә, наградаларға эйә булыуҙарына ҡарамаҫтан, бер һыуҙы эсеп, бер үк ерҙә тәпәй баҫҡан, белем алған ауылдаштарының, райондаштарының ихласлығын тойоу, хеҙмәтен баһалауы барыһынан өҫтөн, барыһынан ҡәҙерлерәк. Әлшәй районы Советы ҡарары менән композитор, музыкаль продюсер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Рәшитовҡа “Әлшәй районының почетлы гражданы” тигән исем бирелде, тип хәбәр итә “Әлшәй хәбәрҙәре”. Яҡташтарының ҡотлауҙарына беҙ ҙә ҡушылабыҙ, ижадсыға яңы үрҙәр, табыштар теләйбеҙ! Фәнүзә Сәләмова фотоһы.