Сидр һәм һыраға контроль көсәйтелә
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай этил спирты һәм алкоголле продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы сикләү тураһындағы закондың 10-сы статьяһына үҙгәрештәр индерҙе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, законға үҙгәрештәр республика биләмәһендә һатылған сидр, һыра һәм һыра эсемлектәре, бал һәм пуареның хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, граждандарҙы ялған эсемлектәрҙән һаҡлауға йүнәлтелгән. Ойошмалар һәм эшҡыуарҙар бындай продукцияны маркировкалау талаптарын мотлаҡ үтәргә тейеш. Үрҙә әйтеп үтелгән аҙ алкоголле эсемлектәрҙе махсус реестрҙа теркәлгән ойошмалар ғына етештерергә хоҡуҡлы. Ойошманы реестрға индергәндә предприятиеға планлы тикшереү үткәрелә, уның барышында төп технологик ҡорамалдарҙың булыуын раҫларға кәрәк. Былтыр илдә составында метанол булған сидр менән күпләп ағыуланыу осраҡтары теркәлгәйне. Башҡортостанда 13 мең литр ошондай эсемлек асыҡланған.
Смотрите видео
--------------------------
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».