Найти в Дзене
Башкортостан 24

Башҡортостан халҡының дүрттән бер өлөшө грипптан вакцина эшләткән

   Башҡортостан халҡының дүрттән бер өлөшө грипптан вакцина эшләткән
Башҡортостан халҡының дүрттән бер өлөшө грипптан вакцина эшләткән

Башҡортостан халҡының дүрттән бер өлөшө грипптан вакцина эшләткән

Киҙеү, коронавирус һәм киҫкен респиратор вируслы инфекция йоҡтороусылар һаны артыуы күптәрҙе шомландыра. Әлеге ваҡытта төбәктә эпидемиологик хәл тураһында Ләйсән Тимербулатова репортажы.

Энәнән түгел, ә киҙеүҙән ҡурҡырға кәрәк, тип иҫкәртә табиптар һәм ҡан баҫымы көйлө, бер ай эсендә сирләмәүселәргә грипптан прививка эшләп сығара. Әлегә план буйынса привикаланырға тейеш халыҡ күләменең 47 % вакцина алған. Киҙеү йоҡтороусылар ғәҙәттә яңы йыл байрамдарынан һуң күбәйә, ти эпидемиологтар. Төбәк халҡына ике төрлө вакцина тәҡдим итәләр. Пациенттар уны үҙ теләктәренә һәм табип кәңәштәренә ярашлы һайлай ала. Быйыл табиптар башлыса йәштәрҙең күпләп сирләүен күҙәткән. Киҙеүҙән һаҡланыу саралары үҙгәрешһеҙ: халыҡ күп йыйылған ерҙәрҙә булырға тура килгәндә битлек кейергә, гигиена шарттарын үтәргә, саф һауала булырға, өшөнмәҫкә һәм яҡшы туҡланырға, С,D витаминдарын эсергә. Башҡортостан дауаханаларына грипптан вакцина быйыл башҡа йылдағыларҙан иртәрәк – август айында уҡ килтерелде. Һөҙөмтәлә миллиондан ашыу кеше вакцина эшләтеп тә өлгөргән. План буйынса, грипптан прививка декабрь аҙағына тиклем дауам итә.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».