Башҡортостан буйынса "Роспотребнадзор" идаралығы белгестәре егерменән ашыу баланың ағыуланыу сәбәбен асыҡлау менән шөғөлләнә. Баш ҡала сауҙа үҙәктәренең береһендә үткән тыуған көн байрамынан һуң балалар эсәк инфекцияһы менән сирләй башлаған. Уларҙың барыһының да билдәләре бер: тән температураһы күтәрелеү, ҡоҫоу, эс ауыртыу. Әлегә был фараз тикшерелә. Анализдар әҙер булғас, белгестәр аныҡ сәбәптәрен әйтәсәк. Тыуған көн 27 октябрҙә үткән, 30 октябрҙә сарала булғандарҙың барыһы ла һаулығына зарлана башлай. Бөгөн иһә сауҙа үҙәгендә урынлашҡан уйын залының эшмәкәрлеге туҡтатылған. "Роспотребнадзор" һәм эпидимиологтар ваҡиға урынында эшләй, анализдар ала. Ваҡиға менән хоҡуҡ һаҡлау органдары ла шөғөлләнә. Фото: Роспотребнадзор.