Найти тему
Башҡортостан гәзите

Демографик хәүефһеҙлек – милли именлек нигеҙе

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа «Демографик хәүефһеҙлек стратегияһы: саҡырыуҙар һәм хәл итеү юлдары» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Мөһим сарала Рәсәй Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттары, Рәсәй һәм Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары, ижтимағи, дини ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Тема осраҡлы һайланмаған, сөнки әлеге ваҡытта Рәсәйҙә демографик хәл депопуляция; юғары үлем һәм тыуымдың түбән күрһәткестәре, 60 йәштән өлкәндәгеләрҙең артыуы, ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың уртаса ғүмер оҙонлоғо айырмаһы юғары булыуы кеүек процестар менән бәйле кире тенденцияларға эйә. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, демографик көрсөк дәүләттең милли хәүефһеҙлек стратегияһына янауы хаҡында һөйләй. Ағымдағы шарттарҙа, демографик сәйәсәттең, милли һәм иҡтисади хәүефһеҙлектең бер өлөшө булараҡ, әһәмиәте һәм роле ҡырҡа арта. Килеп тыуған хәлдә демографик сәйәсәтте камиллаштырыу мәсьәләләре киҫкенләшә бара, сөнки дәүләттең демографик потенциалы булған осраҡта ғына ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүгә, иҡтисади үҫешкә һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә иҫәп тоторға мөмкин. “Рәсәй Федерацияһының милли именлек концепцияһы"нда билдәләнеүенсә, тәрән социаль көрсөк эҙемтәләре булып илдә тыуымдың һәм уртаса ғүмер оҙонлоғоноң ҡырҡа кәмеүе, йәмғиәттең демографик һәм социаль составы деформацияһы; хеҙмәт ресурстарының ҡаҡшауы, йәмғиәт нигеҙе булған ғаилә ҡиммәттәренең көсһөҙләнеүе, халыҡтың рухи, әхлаҡи һәм ижади потенциалы кәмеүе тора. Әлбиттә, бындай хәлдәргә юл ҡуйырға ярамай: шуға күрә дәүләт власының төрлө даирләрендә демография проблемаларын хәл итеү юлдарын эҙләйҙәр. Беҙ телгә алған сара ла – ошоға миҫал. – Демографик хәүефһеҙлек дәүләттең һәр яҡлап үҫеше һәм уның милли именлеге нигеҙендә ята. Халыҡ – илдең төп байлығы. Был мәсьәләләр республика Башлығы Радий Хәбировтың һәм бөтә төбәк етәкселегенең иғтибар үҙәгендә. Беҙҙең илдә ғаиләләргә, бигерәк тә күп балалыларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән ярайһы уҡ һөҙөмтәле социаль сәйәсәт алып барыла. Шуға ҡарамаҫтан, тыуымдың түбән булыу проблемаһы һаҡлана. Бәлки, демографияны яҡшыртыуҙың дөрөҫ курсын һайлап та, был эштә иң һөҙөмтәле ысулдарҙы ҡулланмайбыҙҙыр. Беҙ башлыса матди дәртләндереү юлы менән барабыҙ. Әлбиттә, логик йәһәттән матди ярҙам – йәш ғаиләләрҙең бала табыу һәм тәрбиәләү менән бәйле бик күп проблемаларын хәл итеү юлы. Артабан беҙ уларҙың күберәк бала табыуын көтәбеҙ, әммә ниңәлер һиҙелерлек үҙгәрештәр юҡ. Һөҙөмтәлә, яңы льготалар индерәбеҙ, уларға ғәйәт ҙур бюджет сараларын тотонабыҙ. Әммә әсәлек капиталын индексациялау ҙа, пособиеларҙы арттырыу ҙа, ер участкаларын бүлеү ҙә, башҡа матди дәртләндереү саралары ла тыуымды арттырыу буйынса һиҙелерлек һөҙөмтә бирмәй. Бөгөн демографияға балаларҙың һәм йәштәрҙең аңдарына деструктив мәғлүмәт тәьҫире уғата кире йоғонто яһай. Һүҙ Көнбайыш тарафынан маҡсатлы рәүештә ҡулланылған чайлд-фри идеологияһы тураһында бара, уның нигеҙендә балалар табыуҙан баш тартыу идеяһы ята. Социаль селтәрҙәр һәм башҡа каналдар аша бындай эш әүҙем алып барыла. Быға ҡаршы торорға кәрәк, – тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, сараны асып. Республикалағы тыуымдың төп күрһәткестәре һәм уны арттырыу саралары, социаль мөмкинлектәр тураһында Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова сығыш яһаны. Ҡайһы бер һандарға күҙ һалайыҡ. Башҡортостанда халыҡ һаны 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 4 091 621 кеше булһа, теүәл бер йылдан, 2023 йылдың ошо уҡ осоронда 4 077 600 кеше теркәлгән. 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 18 йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән 471,9 мең ғаилә теркәлгән. Шуларҙың 59 меңе – күп балалы ғаиләләр (2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтарына ҡарата 27,4% күберәк) Ленара Иванова һүҙҙәренсә, тыуымдың кәмеүе репродуктив йәштәге (20-29 йәш) ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны кәмеүе кеүек объектив сәбәп менән бәйле. 2023 йыл башына, 2015 йыл башы менән сағыштырғанда, 20-29 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар һаны 107 меңдән ашыу кешегә, йәғни 33,8% кәмегән, 2022 йыл башы менән сағыштырғанда 12 152 кешегә (-5,7%) кәмегән. Шул уҡ ваҡытта һандарға 2020-2021 йылдарҙағы пандемия һәм махсус хәрби операция факторы ла йоғонто яһай. Күп парҙар йөклөлөктө билдәһеҙ ваҡытҡа кисектереп тора. Министр билдәләүенсә, Рәсәй Хеҙмәт министрлығы ҡушыуы буйынса демографик потенциалға баһа бирелгән, халыҡтың репродуктив тәртибенә һәм тыуымдың дөйөм һанына йоғонто яһаусы күрһәткестәр анализланған, тыуымды арттырыу буйынса төбәк планы раҫланған. Ул үҙ эсенә алты блокты ала: аборттарҙы кәметеү маҡсатында йөклө ҡатындарға ярҙам итеү, репродуктив һаулыҡты нығытыу, йәш студент ғаиләләренә, күп балалы ғаиләләргә, эшләүсе ата - әсәләргә ярҙам итеү һәм тыуымды арттырыу ҡиммәтәренең нигеҙен булдырыу. – Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылда республикала төрлө милек формаһындағы медицина учреждениеларында 10693 аборт яһалған, был 2021 йылға ҡарағанда 16,3% кәмерәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ленара Иванова. – Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғона ярашлы, аборт яһарға ниәтләгән һәр ҡатын-ҡыҙ психолог менән кәңәшләшеү өсөн ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының медицина-социаль ярҙам кабинетына ебәрелергә тейеш. Абортҡа тиклемге консультация буласаҡ балаларҙың 15 процентының ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә, ә коммерцияға ҡарамаған ойошмалар баһаһы буйынса – 25 процентҡа тиклем. Был аборттың бөтә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә аңлы аҙым булмағанлығын күрһәтә, күптәр һуңынан уның өсөн бик үкенә. "Демографик хәүефһеҙлек стратегияһы”на тәҡдимдәр менән “Ғаилә - Ил – Донъя” хәйриә фонды президенты, тышҡы оборона сәйәсәте буйынса Совет ағзаһы, “Башҡортостан яҡташлығы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Инга Юмашева сығыш яһаны. – Киҫкен демографик проблеманы хәл итеү өсөн бөгөн дәүләт сәйәсәтенең эске һәм тышҡы контурында бер нисә аҙым ҡаралырға тейеш. Эскегә килгәндә, иң мөһиме – Ғаиләнең демографик сәйәсәте концепцияһын рәсмиләштереү һәм демографик хәүефһеҙлек стратегияһын ҡабул итеү. Унан тыш, күп балалы ғаиләләрҙең берҙәм статусы һәм уларға ярҙам саралары тураһында закон ҡабул итергә кәрәк. Аборттарҙы йәмғиәттә агрессив рәүештә лоббилау менән бәйле, дәүләттең уларға ҡарата кире мөнәсәбәтен формалаштырыу мөһим. Халыҡ-ара йоғонтоға килгәндә, беҙгә деструктив ҡиммәттәрҙе агрессив рәүештә индерергә тырышҡан халыҡ-ара һәм Рәсәй ойошмаларын сикләү процесын дауам итергә кәрәк, – тине Инга Юмашева. Спикер фекеренсә, Ғаилә демография сәйәсәте концепцияһы – бер нисә блокты күҙ уңында тотҡан төп документ. Беренсеһе – милләттең репродуктив потенциалын һаҡларға тейешле блок. Бында аборттар һанын кәметеү, кеше ғүмерен һәм һаулығын һаҡлау мәсьәләләре лә инә. Икенсеһе ҡатын-ҡыҙҙарға социаль ярҙам сараларына ҡағыла. Бала табырғамы йәки аборт яһатырғамы тип шикләнгән ҡатын үҙен яҡлаулы тойорға тейеш. Ошо уҡ блокҡа күп балалы ғаиләләрҙең статусы тураһындағы закон инә. Өсөнсө блокта һүҙ халҡыбыҙҙың репродуктив һаулығына ярҙам итеү хаҡында бара. Сараны ойоштороусыларҙың береһе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова түңәрәк өҫтәлдең маҡсатын һәм йүнәлешен түбәндәгесә билдәләне: – Уҙған йылдың ноябрендә Рәсәй Президенты “Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен раҫлау тураһында” 809-сы Указға ҡул ҡуйҙы. Беҙҙең төп бурыс – ошо Указды бөтә власть органдары, йәмәғәт ойошмалары кимәлендә тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү. Бөгөн илдең демографияһына йоғонто яһаусы күп факторҙар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаиләгә ҡаршы риторикаға нигеҙләнгән ҙур деструктив мәғлүмәт эше һөҙөмтәһе булып тора. Әгәр бөгөн Интернеттың теләһә ниндәй эҙләү системаһында "Бала табырға кәрәкме?” тигән һорауҙы яҙһаҡ, ни өсөн быны эшләргә кәрәкмәү тураһында меңәрләгән яуап табыласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ерҙә халыҡ һанын көйләү тураһындағы билдәле теория беҙгә бөтөнләй ят ҡиммәттәрҙе һеңдереү аша тормошҡа ашырыла. Беҙҙең бурыс иһә – Рәсәйҙең бөтә халыҡтары, традицион диндәр һәм мәҙәниәттәр өсөн уртаҡ булған төп ҡиммәттәргә таянып, ир менән ҡатындың никахына нигеҙләнгән ғаиләгә ҡарата ыңғай позицияны формалаштырыу, ата-әсәләрҙе хөрмәт итеү, ололарға хөрмәт күрһәтеү, ата-бабаларҙы иҫкә алыу һәм быуындар күсәгилешлеге кеүек изге төшөнсәләрҙе таратыу. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай майҙансығындағы “ңтүңәрәк өҫтәлдә беҙ төбәктең бөгөн ниндәй нөктәлә булыуын аныҡланыҡ. Күп аҡса бирергә кәрәк, шул саҡта барыһы ла бала таба башлаясаҡ, тигән ҡалыплашҡан фекер бар. Һуңғы йылдарҙа дәүләттең был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле сәйәсәт алып барыуы һәм күп яҡлы ярҙам саралары күреүе мәғлүм: әсәлек капиталы ла, пособиелар ҙа бар, әммә улар теләгән һөҙөмтәләргә килтермәй. Тимәк, был кешеләрҙең донъяға ҡарашы, уларҙың ғаиләгә ҡарата позицияһы менән бәйле. Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда “деструктив диалогтар” тигән төшөнсә 2021 йылда уҡ барлыҡҡа килгәйне. Артабан ул норматив документтарға ла индерелде. Беҙ «Балаларҙы уларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтергән мәғлүмәттән һаҡлау тураһында” законға төҙәтмәләр индерергә һәм бәлиғ булмағандар араһында бала табыуҙан ирекле баш тартыу идеологияһын (чайлдфри) пропагандалауҙы тыйырға тәҡдим иттек. Бөгөн ул Рәсәй Дәүләт Думаһында ҡарала. Идеологияның популярлығы уның эйәрсендәре үҙҙәрен гедонизм яҡлы, йәғни йәшәү мәғәнәһе фәҡәт шәхси ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереүҙән генә тора, тип һанаусылар менән бәйле. Барыһы ла бик ябай күренештәрҙән башлана һәм сағыу “төргәккә төрөлә”: мәҫәлән, балалар йәки йәштәр аудиторияһы менән эшләһәләр, балаһыҙ йәшәү рәүешенең ыңғай яҡтарын һыҙыҡ өҫтөнә алалар, күп балалылыҡтан көләләр һәм башҡалар. Бындай мәғлүмәти эштең төп маҡсаты – Рәсәй халҡының һанын кәмеү, дәүләтте стратегик йәһәттән көсһөҙләндереү. Алда беҙҙе ошоларға юл ҡуймау йәһәтенән ҙур эштәр көтә һәм мәсьәләне тарихи, демографик, идеологик күҙлектән тикшереү мәсьәләһе тора. Бындай дискуссияларҙа традицион диндәребеҙ лидерҙары ла үҙ ролен уйнарға тейеш, тип иҫәпләйем. Түңәрәк өҫтәл йомғаҡтары буйынса парламент майҙансығында демография мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм ойошторорға һәм ҡануниәтте камиллаштырыуҙы дауам итергә ҡарар ителде, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.