Акция сиктәрендә йыйылған макулатуранан төҙөлөштә ҡулланыла торған йылытҡыс эшләнә. Ҡатырға, гәзит-журналдар, дәфтәрҙәр һәм әҙәби ҡиммәте булмаған китаптар... Макулатураға ҡағыҙҙың барлыҡ төрҙәре ҡабул ителә. Эшкәртелгән ҡағыҙҙан тәбиғи йылытҡыс эшләнә. Макулатура өлөштәргә бүленеп, үҙенсәлекле «тирмән»гә оҙатыла. Ике ҡат ваҡлау этабын үткән сеймал тығыҙланып, ныҡлы тоҡтарға тултырыла. Бер сәғәт эсендә ярты тонна, йәғни 30 тоҡ йылытҡыс әҙерләнә. «БумБатл» Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тапшырған 177 килограмм макулатуранан 15 тоҡ йылытҡыс сыҡҡан. Яҡын арала был етештереү ысулын ойоштороп ебәргән «Экомамыҡ» предприятиеһына студенттар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн экскурсиялар үткәрә башлау күҙаллана. Был үҫеп килгән быуында ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итеү, шул иҫәптән сүп-сарҙы айырым йыйыу ғәҙәтен булдырасаҡ, тигән фекерҙә министрлыҡ хеҙмәткәрҙәре. Александр Сарбашев