Бөтә йолаларҙы һаҡлаған ысын башҡорт туйын 3 декабрҙә Мәскәүҙә ВДНХ-ла "Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә форумында күрергә мөмкин. Яусылау, никах, мәһәр, ҡыҙ оҙатыу кеүек йолалар ҡунаҡтарға ла бик ҡыҙыҡлы буласаҡ. Йолаларҙы халыҡ-ара, республика конкурстары, фестивалдәре лауреаты - Республика халыҡ ижады үҙәгендәге “Атайсал” мәҙәни үҙәгенең “Ауаз" башҡорт фольклор ансамбле күрһәтә. - Был сара башҡорт йырҙары, бейеүҙәре менән үрелеп барасаҡ. Шулай уҡ рус теленә тәржемә лә буласаҡ. Байрам программаһында туй йолаларының милли мәғәнәһе, әхлаҡи тәғәйенләнеше, матурлығы сағыласаҡ, - ти Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. Күргәҙмәгә килеүселәр Башҡортостандан Заһир һәм Юлиәнең туй тантанаһына шаһит була аласаҡ. “Рәсәй” халыҡ-ара күргәҙмәһе форумы 4 ноябрҙә асыла һәм 12 апрелгә тиклем дауам итә. Унда Рәсәй Федерацияһының 89 субъекты ҡатнаша. Экспозициялар илебеҙҙең һәр төбәгенең уникаллеген, ҡаҙаныштарын күрһәтәсәк. Башҡортостан күргәҙмәлә үҙенең мәҙәни, турист, инвестиция, сәнәғәт