Әлшәй районында “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә 2009-2011 йылда тыуған үҫмерҙәр араһында Башҡортостан уҡыусыларының XXVI Спартакиадаһы иҫәбенә көрәш буйынса зона этабы үтте. Чемпионатты асыу тантанаһында спортсыларҙы райондың мәғариф бүлеге начальнигы Зилә Чупова, спорт һәм физик культура буйынса комитет рәйесе Динар Әхмәҙрисламов, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Алмаз Йәнекәев, шулай уҡ ярыштарҙың баш судьяһы Азат Ҡотлозаманов сәләмләне. Улар йәш спортсыларға көс, тырышлыҡ һәм уңыштар теләне. Сарала күрше командалар – муниципаль райондар ярышты. Пьедестал өсөн көрәш бик етди барҙы, йәш кенә малайҙар өлкәндәрсә алышты, кем еңере ярыштың аҙағына тиклем билдәһеҙ ине. Спортсылар туғыҙ ауырлыҡ категорияһында: 36-нан 70+ килограмға тиклем көс һынашты. Егеттәр юғары кимәлдәге спорт оҫталығы, физик әҙерлек һәм еңеүгә ихтыяр көсөн күрһәтте. Сәмсел ярыштар барышында дөйөм команда иҫәбендә беренсе урынды Бүздәк районы командаһы яуланы. Икенсе урында – әлшәйҙәр, өсөнсөлә Бишбүләк районы командаһы. Һөҙөмтәләр буйынса йәш спортсылар грамота һәм миҙалдар алды. Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Әлшәй районы хакимиәте.