Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Миләүшә Ҡаһарманова “Емешле көҙ”өнә саҡыра

Бөгөн Миләүшә Ҡаһарманованың әҫәрҙәрен күптәр яратып уҡый, яңы ижад емештәрен, китаптарын көтөп ала. Яҙыусы – һуңғы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтендә иң әүҙем, емешле ижад иткән әҙибәләрҙең береһе. Яҙыусының әҫәрҙәре, тәү сиратта, халыҡсанлығы менән күңелгә үтеп инә. Ул ябай, әммә шул уҡ ваҡытта һутлы телдә яҙа. Геройҙары ла – беҙҙең арала йәшәгән, беҙҙең кеүек үк шатланған һәм хәсрәтләнгән, тормош һынауҙары кисергән ғәҙәти кешеләр. Миләүшә Ҡаһарманова – социаль селтәрҙә лә күптәр өсөн асыҡ шәхес, уның төркөмөндә төрлө донъяуи мәсьәләләр, ижади тормош, йәшәйебеҙҙәге көнүҙәк проблемалар һ.б. тураһында асыҡ һөйләшеүҙәр алып барыла. Быйылғы көҙҙә алтын юбилейын билдәләгән әҙибә ижадына битараф булмағандарҙы “Емешле көҙөм” тигән осрашыуға саҡыра. Ысынлап та, ул емешле, матур осорон кисерә: бер-бер артлы “Бетерә шаршыһы”, “Зәңгәр төймә”, “Вахта” тигән китаптары донъя күрҙе, шулай уҡ Татарстанда “Күңелем йылы теләй” тигән йыйынтығы татар телендә нәшер ителде. Сара 2 ноябрҙә Ә.-З. Вәлиди исемендәг

Бөгөн Миләүшә Ҡаһарманованың әҫәрҙәрен күптәр яратып уҡый, яңы ижад емештәрен, китаптарын көтөп ала. Яҙыусы – һуңғы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтендә иң әүҙем, емешле ижад иткән әҙибәләрҙең береһе. Яҙыусының әҫәрҙәре, тәү сиратта, халыҡсанлығы менән күңелгә үтеп инә. Ул ябай, әммә шул уҡ ваҡытта һутлы телдә яҙа. Геройҙары ла – беҙҙең арала йәшәгән, беҙҙең кеүек үк шатланған һәм хәсрәтләнгән, тормош һынауҙары кисергән ғәҙәти кешеләр. Миләүшә Ҡаһарманова – социаль селтәрҙә лә күптәр өсөн асыҡ шәхес, уның төркөмөндә төрлө донъяуи мәсьәләләр, ижади тормош, йәшәйебеҙҙәге көнүҙәк проблемалар һ.б. тураһында асыҡ һөйләшеүҙәр алып барыла. Быйылғы көҙҙә алтын юбилейын билдәләгән әҙибә ижадына битараф булмағандарҙы “Емешле көҙөм” тигән осрашыуға саҡыра. Ысынлап та, ул емешле, матур осорон кисерә: бер-бер артлы “Бетерә шаршыһы”, “Зәңгәр төймә”, “Вахта” тигән китаптары донъя күрҙе, шулай уҡ Татарстанда “Күңелем йылы теләй” тигән йыйынтығы татар телендә нәшер ителде. Сара 2 ноябрҙә Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала 11.00 сәғәттә башлана. Унда Башҡортостан һәм Татарстан яҙыусылары, гәзит-журнал мөхәррирҙәре, нәшриәт һәм әҙәбиәт белгестәре ҡатнаша. Фото: М. Ҡаһарманованың шәхси альбомынан.