...Башҡорт ерҙәренең киңлеген, тау-ҡаяларының бейеклеген, сылтырап аҡҡан йылғалары һыуының сафлығын, мәғрур Уралдың мөһабәтлеген һәм тағы әллә күпме төҫ-биҙәктәрҙе табырға була ине халыҡ ынйылары – һәүәҫкәр йырсылар башҡарыуында. Ғәзиз ереңә һөйөү ҙә, тоғролоҡ та, мөхәббәткә мәҙхиә лә булып яңғыраны башҡорттоң үлемһеҙ көйҙәре. Абдулла Солтанов иҫән булып, был башҡарыусыларҙың моңон ишетһә, моғайын да, ҡәнәғәт ҡалыр ине. Был кистә халҡыбыҙҙың бер ниндәй хазинаға алмаштырғыһыҙ мәңгелек моңдары халыҡ йыраусыһының яҡты иҫтәлегенә тәрән хөрмәт, рәхмәт булып яңғыраны. Һәр конкурстағы кеүек, "Ашҡаҙар моңдары"нда ла еңеүселәр билдәләнмәй ҡалманы, әлбиттә. Бына улар: I урынды Ейәнсура районынан Динислам Юлдыбаев менән Баймаҡтан Фәнүр Аралбаев бүлеште; II урынға лайыҡ булыусылар – Ейәнсуранан Вафа Мәүлитов менән Шишмә районы вәкиле Айгөл Ғәзиева; III урында – Иглиндан Фәһим Тоҡомбәтов менән Өфөнән Юнир Һағынбаев. Ырымбур өлкәһенән Флүзә Хәлитова, Силәбе өлкәһенән Харрас Фәйзуллин менән Винер Ҡәҙ