Әлеге ваҡытта һәр кем тиерлек хәрби хеҙмәткәрҙәргә мөмкин булғанса ярҙам күрһәтә. Балаҡатай районының "Юлдаш" балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн клубтар берләшмәһе (Объединение клубов для детей, подростков и молодежи «Спутник») нигеҙендә ирекмәндәр хәрәкәте эшләй. Улар махсус хәрби операция зонаһына даими рәүештә ярҙам итә. Гуманитар ярҙам йыйыу, маскировка селтәрҙәре үреү кеүек акциялар ойоштора. Күптән түгел Яңы Балаҡатай ауылының үҙәк китапханаһында яҡташтарыбыҙ өсөн окоп шәмдәре эшләү буйынса акция үткән. "Көмөш" ирекмәндәр “Еңеү” ирекмәндәре менән бергә 110 блиндаж шәме яһаған. "Беҙҙең штабҡа консерва һәм парафин алып килгән халыҡҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Окоп шәмдәрен эшләүҙә ярҙам итергә саҡырыуға әүҙемселәр шунда уҡ килеп етте. Ярты көн эсендә 58 окоп шәме һәм 52 әҙерләмә эшләнек, уларҙы парафин менән тултырырға ғына ҡалды. Уҡыуҙан һуң беҙгә Яңы Балаҡатай ауылының 2-се урта мәктәбе, 1-се урта мәктәбе уҡыусылары ҡушылды һәм бик ярҙам итте. Ноябрь башында яҡташтарыбыҙға сираттағы гуманитар ярҙам ебәреү планлаштырыла, был окоп шәмдәрен дә һалабыҙ. Ирекмәндәргә ярҙам итергә әҙер булыуҙары һәм теләктәре өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт белдерәм", – тип фекерен уртаҡлашты Балаҡатай районында ирекмәндәр хәрәкәте координаторы Гүзәлиә Туйсина. Фотолар: https://vk.com/public206976382