Найти тему
Башҡортостан гәзите

Диагностикаға ярҙам итеү өсөн – яңы ҡорамал

Ил Президенты В. Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Башҡортостан Республикаһында беренсел звеноны яңыртыу» төбәк программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә август аҙағында Кушнаренко үҙәк дауаханаһына яңы фиброколоноскоп алынған. Ошо ваҡыт арауығында заманса ҡорамалда 30-ҙан ашыу кеше тикшерелгән. Аппарат пациент өсөн минималь уңайһыҙлыҡ менән эсәктең лайлалы тиресәһен тикшереү өсөн ҡулланыла. Был прибор колоректаль зонаның төрлө ауырыуҙарын, шул иҫәптән полиптарҙың, тура эсәк яман шешенең иртә стадияларын ваҡытында асыҡларға мөмкинлек бирә. Тикшереү үткәреү өсөн сәбәп булып оло йәштәгеләрҙә гемоглобиндың ҡырҡа кәмеүе, йыуан эсәк шешенә шик һәм ашҡаҙан-эсәк тайпылыуҙары тора. Тикшеренеүҙәр медицина күрһәтмәләре буйынса һәм диспансеризация сиктәрендә үткәрелә. Яңы аппаратта биопсия өсөн материал алыу мөмкинлеге лә бар, ҡайһы бер осраҡта был патологияны аныҡлау өсөн талап ителә. - Колоноскопия онкология ауырыуҙарының агрессив формаларына ҡараған йыуан эсәк яман шешен ваҡытында скрининг тикшереү ярҙамында асыҡлау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, - тип билдәләй табип-эндоскопист Фәнил Фазлыев. Фото: health.bashkortostan.ru