Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының “Ашығыс ярҙам” дауаханаһындағы Төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенең ҡан тамырҙары бүлексәләренең шәфҡәт туташтары урта медицина персоналы өсөн ойошторолған оҫталыҡ дәресендә ҡатнашҡан. Сара барышында Ҡазан медицина университеты уҡытыусылары дөйөм инсультология һәм пациенттарҙы ҡарау мәсьәләләре буйынса дәрес уҙғарған. Мәғлүм булыуынса, Өфөлә, Ашығыс ярҙам дауаханаһы базаһында 1-се Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге урынлашҡан һәм учреждение белгестәренең был ауырыуҙарға ҡаршы көрәштә тәжрибәһе ҙур. Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш системаһы етди яңыртыла. “Май указдары” нигеҙендә Рәсәй Президенты В. Путин тәҡдим иткән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса, илдә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ. Тәмәке, алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары ваҡытында беренсе ярҙам тураһында мәғлүмәт таратыу инфаркттарҙы