Найти тему
Башҡортостан гәзите

10-сы балалары тыуған

"Бәйләнештә" социаль селтәрендә Ҡалтасы районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин бына ниндәй яңылығы менән уртаҡлашҡан. – Ҡалтасы ауылынан Сатаевтар ныҡ бәхетле ғаилә – уларҙың унынсы сабыйы тыуҙы, – тип һөйөнсө менән уртаҡлашҡан Зәбир Ғабдуллин. – Төпсөктәренә тыуыу тураһында таныҡлыҡты әсәй кеше Татьяна Сергеевна барып алған. Уларҙы ҡыуаныстары менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар теләйбеҙ. Зәбир Ғабдуллин әйтеүенсә, Сатаевтарҙың ғаиләһендә дүрт малай һәм алты ҡыҙ тәрбиәләнә. Валерий Чапаевич "Калтасинский лес" йәмғиәтендә эшләй, ә Татьяна Сергеевна – хужабикә. Ҡалтасы районында шундай ҙур ғаилә барлыҡҡа килеүенә шатлыҡтары сикһеҙ. Фото: Зәбир Ғабдуллин.