10 ноябрҙә Фән һәм мәғрифәт йылы сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) БР Мәғариф һәм фән министрлығы, Ғафури районы хакимиәте һәм райондың мәғариф бүлеге ярҙамы менән «Фәнни майҙан» күсмә комплекслы сараһын ойошторҙо. «Фәнни майҙан»да ҡатнашыусыларҙы Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов тәбрикләне. Ул үҙ сығышында район үҙенсәлектәре менән таныштырып үтте: - Ғафури районының мәктәптәрендә 4065 уҡыусы белем ала. Төбәктә 35 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы белем бирә. 2001 йылдан башлап Ғафури районы мәктәптәрендә яҙыусы Гөлнур Яҡупова башланғысы, “Табын” гәзите һәм мәғариф бүлеге менән берлектә “Өмөтлө ҡәләм” бәйгеһе ойошторолоп эшләп килә. Еңеүселәрҙе Г.М. Яҡупова шәхсән үҙе ҡотлай, ә номинацияла еңеүселәр өсөн приздарҙы район ойошмалары, шәхси эшҡыуарҙар ярҙамы менән билдәләйбеҙ. Районда 2012-2014 йылдарҙа ағинәйҙәр хәрәкәте ойошторола башланы һәм бөгөн бик әүҙем эшләй. Бөгөн Красноусол, Мәндем, Ватан, Табын, Бурлы, Яугилде, Ерек, Үзбәк, Оло Үтәш, Юлыҡ, Һабай, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Ҡолҡан, Имәндәш һәм Ташбүкән ауылдарының төрлө йәштәге 130 ҡатын-ҡыҙын берләштерә. Улар һәр бер сараның, эштең һәм байрамдың уртаһында. Мәктәп уҡыусылары менән дә төрлө саралар үткәрәләр, - тине район хакимиәте башлығы. Сара барышында билдәле тарихсы-ғалим, археолог, йәмәғәт эшмәкәре Н.А.Мәжитовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған район-ара шиғри бәйге конкурсының еңеүселәре һәм халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, туған телде һаҡлауға тос өлөш индергән бер төркөм район әүҙемселәре рәхмәт ҡағыҙҙары һәм грамоталар менән бүләкләнде. Артабан гимназияла ошо уҡыу йортоноң һәм район мәктәптәренең 8 - 11-се класс уҡыусылары өсөн лекторий үтте. Модератор булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов сығыш яһаны. Лекторийҙа тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Р. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтының Көнъяҡ Урал археологик мираҫы бүлегенең кесе ғилми хеҙмәткәре Эльвир Камалиев "Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы биләмәһендә яңы заман һәйкәлдәренең тарихи-мәҙәни потенциалы" тигән доклад менән сығыш яһаны һәм был төбәктәге ауылдарҙың, боронғо ҡәлғәләрҙең тарихы хаҡында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерҙе. Ул 16-20 быуаттарҙа Башҡортостан биләмәһендәге Яңы заман һәйкәлдәрен (тау заводтары, ҡәлғәләр, ауылдар) өйрәнә. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Президиумы ағзаһы, физика-математика фәндәре докторы, профессор Ильяс Ғималетдинов уҡыусылар алдында сығыш яһағанда беҙҙе уратып алған донъя күп фазалы тип билдәләне. Тәбиғәттә һәм технологияларҙа күп фазалы мөхит процестары киң билдәле (ҡыуыҡлы шыйыҡсалар, күҙәнәкле мөхиттәр һ.б.). Ер һәм Галактика шулай уҡ күп фазалы системалар. Ильяс Ғималетдинов докладында техникала һәм технологияла күп фазалы мөхиттәрҙең маҡсаттарын һәм ҡушымталарын күрһәтеп үтте һәм был уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡыу-методика бүлегенең әйҙәүсе белгесе Элла Романова «Фәнни майҙан» сараһында сығыш яһап, “Павлов (кесе) медицина кластарын» ойоштороу тураһында һөйләне. Улар Республиканың бөтә район һәм ҡала округтарында университет алды проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Университет Өфөнөң һәм республика райондарының урта белем биреү учреждениелары менән тығыҙ эшләй, мәктәп уҡыусыларын медицина йүнәлешендә уҡытыу буйынса бай тәжрибә тупланған. Маҡсат – мәктәп уҡыусыларында медицина тармағында һөнәр һайларға саҡырыу, мотивация булдырыу, балаларҙың һөнәр һайлағанда дөрөҫ йүнәлеш һайлауы, медицина университеты студентының программаһын өйрәнеүгә әҙерлек, профилле предметтарҙы өйрәнгәндә ярҙам күрһәтеү. Эш формаһы – лекциялар һәм физика, химия, генетика буйынса дистант формаһында лекциялар һәм практик дәрестәр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов лекторий сиктәрендә «Башҡортостан халыҡтары Атласы» менән таныштырҙы. Был атлас – башҡорт ғалимдарының коллектив хеҙмәт емеше. - Атласты әҙерләгәндә илебеҙ этник палитраһын комплекслы аңлау кәрәклеген иҫәпкә алып, беҙ был хәлдән генә түгел, дөйөм йәмғиәтебеҙҙең тарихи ретроспективаһын ҡарарға ҡарар иттек. Был осраҡта - Башҡортостандың полиэтник халҡы. Шуға күрә Атлас фәҡәт ғилми ҡараштан сығып эшләнгән, архив материалдарына нигеҙләнгән, мәғлүмәттәр документтар менән раҫланған - тип билдәләне Юлдаш Мөхәммәт улы. Шулай уҡ “Фәнни майҙан” күсмә комплекслы сараһы сиктәрендә урындағы башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышы ла уҙҙы. Унда райондағы милли ойошма эшмәкәрлеге, артабанғы бурыстар хаҡында һүҙ барҙы, айырым мәсьәләләр буйынса фекер алышынды. Кәңәшмәлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Юлдаш Йосопов “Фән һәм мәғрифәт йылында тормошҡа ашырылған һәм йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк проекттар һәм саралар” тигән темаға сығыш яһаны. Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов урындағы милли ойошманың эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итте. Ултырыштағы сығыштар район мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү тәжрибәһе; урындағы ер-һыу атамаларының, алтаҡталарҙың башҡортса дөрөҫ яҙылышын тәьмин итеү; Сәсәндәр мәктәбе эшмәкәрлеген киңәйтеү; урындағы башҡорттар ҡоролтайы менән “Табын” гәзите араһындағы күп йыллыҡ бәйләнеште тағы ла нығытыу; башҡорт телендә уҙғарылған мәҙәни сараларға һәр быуын вәкилдәрен йәлеп итеү; башҡорт ырыуҙары хәрәкәтендә табындарҙың тотҡан урыны һәм башҡа темаларға бағышланды. Мәҫәлән, урындағы Сәсәндәр мәктәбе етәксеһе Фәүзиә Ҡотлогилдина топонимика мәсьәләләренә ныҡлы иғтибар бүлеүҙең, ер-һыу атамаларының, алтаҡталарҙың башҡортса дөрөҫ яҙылышын тәьмин итеүҙең мөһимлеген билдәләне – был эш телебеҙҙе һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ ҙур өлөш индерә. Сарала ҡатнашыусылар һәр тема буйынса фекер алышты, халыҡты ҡыҙыҡһындырған төрлө һорауҙарға яуап бирелде. Рәсми өлөштән һуң райондағы 8 - 11-се класс уҡыусылары өсөн «Башҡортостан мәҙәниәте» команда квиз-уйыны үткәрелде. Уның ойоштороусылары – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды (етәксеһе Г.Р.Йосопова) һәм Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы. Шулай уҡ уҡыусылар Халыҡ-ара шашка буйынса күп тапҡырҙар донъя чемпионы Марсель Шәрәфетдинов һәм Ринат Ишембаев менән «Сатраш» интеллектуаль уйынындарында көс һынашты. Фото: Ҡасим Латипов