Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Юмор алғы һыҙыҡта ла ярҙамға килә”

“Яңауыл таңдары” гәзите хәбәрселәре Ватанды һаҡларға киткән яҡташтары тураһында йыш яҙып тора. Шуларҙың береһе , “Топор” позывнойлы яугирҙең яңыраҡ икенсе дәрәжә “ Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орден миҙалы менән наградланыуы тураһында хәбәр иттеләр. Дамир махсус хәрби операцияға тәүге көндәрҙән үк ашҡына, мобилизация иғлан ителеү менән военкоматҡа үҙе повестка алырға килә. Ватанды һаҡларға награда алыу өсөн түгел, ә йөрәк ҡушыуы буйынса китә. Егет Ахтиял ауылында тыуып үҫкән, Истәк урта мәктәбен тамамлаған, армия хеҙмәтендә булған, өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндә ғаиләһе менән Подмосковьела йәшәгән. Хәрби зонаға юлланыр алдынан кәрәк-яраҡтарҙы туплағанда, ҡәйнешенең кәңәшен тотоп, үҙе менән балта ала (позывнойы тап шунан). Хәрби зонаға китер алдынан ундағы хәл-ваҡиғалар тураһында күп уҡый, ҡарай, өйрәнә. Ундағы егеттәргә нисек ауыр булыуын аңлай. “Беҙ көрәшмәһәк, тағы кем?” тигән уй тынғылыҡ бирмәй. Ул бер нисә ҡан ҡойошло һуғышта ҡатнаша, айырыуса Бахмут һәм Андреевкала яугирҙәргә ауырға тура килеүен һөйләй. Физик көсөргәнеш, санитария шарттарының булмауынан бигерәк ике ай эсендә яҡындарына иҫәнлектәрен хәбәр итә алмауҙың ҡыйынлығын йәшермәй. “Һуғыш кешеләрҙе үҙгәртә. Алғы һыҙыҡта нимә ярҙам итә тиһегеҙме? Ауыр саҡтарҙа бары юмор ҡотҡара,– ти “Топор”. – Ә ундай комик ваҡиғалар хәрби зонала ла етерлек. Мәҫәлән, бер саҡ дозорный ниндәйҙер хәрәкәтте һиҙеп, “гуськом передвигаются” тип рациянан хәбәр итте. Беҙ инде тулы әҙерлектә, көтәбеҙ. Ысынлап та, хәрәкәт итеүселәр барлығы асыҡланды... ғәмәлдә ысын ҡаҙҙар булып сыҡты”. Батыр егетте “Топор”ҙың ғаиләһе, ҡатыны, ике балаһы, әсәһе, туғандары ғына түгел, бөтә яҡташтары еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Фото: https://yanzori.com/articles/society/2023-11-07/ne-radi-slavy-i-nagrad-3510079