Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һәр көндө хәйерле итер доғалар

Йоҡонан уянғас та уҡыла торған доға: Әлхәмдү-лил-ләһил-ләҙи әхйәнә бәғдә мә әмәтәнә үә иләйһин-нүшүр. Мәғәнәһе: Үлгәндән һуң йәнә йән биргән, терелтеп үҙенә саҡырып аласаҡ Аллаһҡа маҡтау-ололауҙар булһын! Именлек һорап уҡылған доға: Аллаһүммә иннии әс’әлүкәл-ғәфүә үәлғәәфийәтә фии диинии үә дүнйәйә үә әһлии үә мәәлии. Мәғәнәһе: Аллаһым! Һинән генә гонаһтарымды ярлыҡауыңды һорайым, динемдә лә, донъямда ла, ғаиләмдә лә, малыма ла именлек урынлаштырыуыңды һорайым. Өйҙән сыҡҡанда уҡыла торған доға: Бисмилләһи. Тәүәккәлтү ғәләл-лаһи. Үә лә хәүлә үә лә ҡуүүәтә иллә бил-ләһ. Мәғәнәһе: Аллаһ исеме менән башлайым. Бөтә эштәремде Уның Үҙенә генә тәүәккәлләйем. Уға тапшырам. Ысын ҡеүәт, һәм көс тик Аллаһтан ғына. Фото: https://api.rbsmi.ru