Найти тему
Башҡортостан гәзите

Табиптың бында икенсе тапҡыр килеүе

Өфө ҡалаһындағы 5-се балалар поликлиникаһында табип-офтальмолог булып эшләгән Ирина Иҫәнбаеваның Луганск Халыҡ Республикаһына икенсе тапҡыр килеүе. Быйыл сентябрь башында Красный Луч халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн юлланған ул. Был килеүендә төбәктәге ыңғай үҙгәрештәрҙе күреп ғәжәпләнгән. –Тәүге тапҡыр килгәнемдә ташландыҡ иҫке биналарҙы, емерек юлдарҙы, тейешле инфраструктура булмауын күреп күңел ҡырылғайны. Быйыл бындағы яҡшы үҙгәрештәрҙе күреп һөйөндөм. Төп урамдар ремонтланған, биналар тәртипкә килтерелгән, дауаханала ла ҙур үҙгәрештәр һиҙелә, – ти табип. Ирина Валерьевна әйтеүенсә, эштә профессионаллектән тыш, шәфҡәтлелек, күңел йылылығы бик мөһим. Кешеләр республикабыҙ табиптарын тап ошо сифаттары өсөн хөрмәт итә лә инде. –Мин бәләкәйҙән табип булырға хыялландым. Медицинаға һөйөү ғаиләбеҙҙән килә. Атайым табип-фтизиатр ине. Мин – окулист, һеңлем неонатолог һөнәрҙәрен һайланы. Икебеҙ ҙә профессиябыҙҙы яратабыҙ. Мин тәүҙә бәләкәй пациенттарым менән уртаҡ тел табырға тырышам, уларға ни өсөн сирҙе дауаларға кәрәклеген, ни өсөн табиптарҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәклеген аңлатам. Пациенттарға иғтибарлы булыу өсөн ваҡытында ял итергә лә кәрәк. Буш ваҡытта аудио-китаптар уҡыйым, телефонда фильмдар ҡарайым, классик музыка тыңлайым. Көн матурҙа округ буйынса йәйәү йөрөйөм.Туғандарым, яҡындарым менән телефон аша һөйләшеп, хәлдәрен белешәм. Ғаиләмдең минең өсөн ҙур терәк булыуы мөһим, –ти Ирина Иҫәнбаева. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. .