Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уҡыусылар эшҡыуарҙар менән осрашты

“Беренселәр хәрәкәте” 14 йәштән 18 йәшкә ҡәҙәр республика йәштәрен “Эшмәкәрлек ит” йәш эшҡыуарҙар клубына саҡыра. Бындай осрашыуҙар илдең ун ҡалаһында уҙасаҡ, Башҡортостанда ул 24 ноябрҙә ойошторола. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итте. - Осрашыу уҡыусыларға, колледж студенттарына, үҙен эшҡыуар булараҡ һынап ҡарарға теләүселәргә йүнәлтелгән. “Эшмәкәрлек ит” клубы ҡатнашлығында йәштәр эшҡыуарлыҡ тәжрибәһе һәм эксперттарҙан ярҙам аласаҡ, - тип һөйләне республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса эшсе төркөмө етәксеһе Эльвир Нафиҡов. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: төбәк йәштәре онлайн һәм офлайн алымдарҙа бушлай практикумдарҙа эшҡыуарлыҡта беренсе аҙым яһай, үҙҙәренең бизнес-идеяларын тормошҡа ашыра, фекерҙәштәрен таба аласаҡ. Сараға теркәлеү түбәндәге һылтанма буйынса мөмкин. Өфөләге осрашыу 24 ноябрҙә Сик урамы, 174-се йорт, “Мегалаб” адресы буйынса уҙа. Шәхсән ҡатнаша алмағандарға офлайн алымда ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Тулыраҡ мәғлүмәт “Эшмәкәрлек ит” йәш эшҡыуарҙар клубы сайтында урынлаштырылған. Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru