Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров РФ Дәүләт Думаһы вице-спикеры Борис Чернышов менән осрашты. Осрашыу барышында Өфөлә донъя кимәлендәге юғары уҡыу йорттары араһында кампус булдырыу, фәнни инфраструктураны үҫтереү, президент программаларын һәм “Фән һәм университеттар” милли проекттарын тормошҡа ашырыу темалары ҡаралды. Андрей Назаров төбәктә яҡынса 103 мең кеше уҡый торған һигеҙ үҙаллы дәүләт юғары уҡыу йорто эшләүен белдерҙе. Уларҙың яртыһы тиерлек Өфө фән һәм технологияләр университетында һөнәр аласаҡ, тип билдәләне Премьер-министр. -Беҙ кампустың алға табан үҫешен инновациялы фәнни-технологик үҙәк форматында эшләйбеҙ. Башҡортостанда ун перспектив йүнәлештең һигеҙе тәҡдим ителгән, уның сиктәрендә 2030 йылға тиклем илдең технологик үҫеш концепцияһы менән билдәләнгән федераль мегапроекттар тормошҡа ашырыла. Был химия, пилотһыҙ аппараттар һәм транспорт системалары, инжиниринг һәм импортты алмаштырыусы һауа суднолары, приборҙар төҙөлө
Башҡортостанға Дәүләт Думаһы вице- спикеры Борис Чернышов килде
10 ноября 202310 ноя 2023
1 мин