Найти тему
Башҡортостан гәзите

Гөлназ Асаева ҡыҙы өсөн борсола

Башҡортостандың һәм Татарстандың йәш популяр йырсыһы Гөлназ Асаева ҡыҙы Динәнең тормошон социаль селтәрҙәрҙә йыш һала. Күптәр уға "Күҙ тейҙерәһең", "Маҡтанаһың" тип тә яҙа, әммә ул ундай комментарийҙарға әллә ни иғтибар итмәй. Шуға күрә барыбыҙ ҙа Динәне күптәр үҙ итте һәм яңы һөнәрҙәрен көтөп ҡала. Был юлы Вилдан Динәне балалар баҡсаһынан алып сыҡҡанын Гөлназ машинала көтөп ултыра. Көнө буйына һағынып өлгөргән ҡыҙсыҡ әсәһе менән шатланып күрешә. Динә әсәһенең тунын да маҡтап ала. Русса ла, үҙҙәре генә аңлаған һүҙҙәр ҙә ҡыҫтырып һөйләшәләр. Гөлназ: "Бына шулай, мәрйүшкәм минең, балалар баҡсаһына йөрөй башлағас, русса ғына һөйләшә башланы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Белмәйбеҙ инде, нимә эшләтербеҙ был баланы", - ти. Ә һеҙ Гөлназға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ? Фото: Гөлназ Асаева.