Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Беләһеңме? Өйрәт!” видеолар конкурсына старт бирелде

Бөтә Рәсәй “Беләһеңме? Өйрәт” балалар фәнни-популяр видео конкурсына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Конкурс бөтә Рәсәйҙән мәктәп уҡыусыларына үҙҙәрен фәнни-популяр блогерҙар ролендә һынап ҡарарға һәм мауыҡтырғыс сәфәрҙәр, техника һәм белем биреү курстарына сертификаттар яуларға булышлыҡ итәсәк. Был хаҡта “Милли өҫтөнлөктәр” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы хәбәр итте. “Беләһеңме? Өйрәт!” конкурсы Рәсәй Президентының указына ярашлы тормошҡа ашырылған “Фән һәм университеттар” милли проекты ярҙамында үткәрелә. Ул шулай уҡ Фән һәм технологиялар ун йыллығының “Фәнде популярлаштырыу өсөн инфраструктура, контент булдырыу” башланғысына ярашлы ойошторола. Конкурстың маҡсаты – уҡыусыларҙы ғилми дисциплиналарҙы өйрәнеүгә һәм фәнде үҫтереүгә йәлеп итеү. Конкурста 1-11-се класс уҡыусылары ҡатнаша ала. Бының өсөн фәнни-популяр видео яҙҙырырға һәм уны 2024 йылдың 5 февраленә тиклем Homo Science nauka.homo-science.ru мәғрифәт платформаһының сайтында баҫтырырға кәрәк. Видео аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы формала фәнни теорияны, концепцияны йәки күренеште аңлатырға тейеш. Видеоның оҙонлоғо 3 минуттан да артмауы шарт. Эштәрҙе ҡабул итеү тамамланғандан һуң, платформа ҡулланыусылары видеоны өс критерий буйынса баһалаясаҡ: аңлайышлыҡ, видеоның мауыҡтырғыс булыуы һәм теманы яҡтыртыу тәрәнлеге. Финал этабында жюри иң яҡшыларҙы һайлаясак. Төрлө йәш категорияһында (башланғыс, урта һәм өлкән кластар), “Тәбиғи фәндәр”, “Мәғлүмәт технологиялары һәм теүәл фәндәр”, “Йыһанда кешенең урыны”, “Ижтимағи һәм гуманитар фәндәр”, “Киләсәк фәндәре” номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк. “Өсөнсө йыл рәттән беҙ “Росатом” дәүләт корпорацияһы – атом энергетикаһы һәм фәнни тикшереүҙәр өлкәһендә әүҙәүсе ҡатнашыусы менән берлектә конкурс ойошторабыҙ. “Беләһеңме? Өйрәт” конкурсы йылдан-йыл киңерәк танылыу яулай бара. Уҙған миҙгелдә йәш тикшеренеүселәр төрлө фәнни тематикалар буйынса 3,5 меңдән ашыу видеоролик яҙҙырып ебәрҙе”, - тип билдәләне “Милли өҫтөнлөктәр” йәмғиәтенең генераль директоры София Малявина. Фото: homo-science.ru