Найти тему
Башҡортостан гәзите

Янғында дүрт кеше һәләк булған...

Бөгөн иртәнсәк Нуриман районының Яңы Күл ауылында шәхси йорт янған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 11 янғын һүндереүсе, шул иҫәптән ваҡиға урынына беренсе булып килгән ирекле янғын һүндереүселәр, верандаһы таҡтанан булған ике фатирлы йорттағы утты һүндергән. Ихаталағы йорт-ҡуралар бер-береһенә яҡын урынлашыуы сәбәпле ут тиҙ арала эргәлә торған таҡта ҡыйыҡҡа, соланға, ағас мунсаға һикергән, шулай уҡ еңел автомобиль янып бөткән. Янғын һүндереүселәр йорттоң бер фатирын һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән.Ҡотҡарыусылар утты һүндергән саҡта ике кешенең кәүҙәһен тапҡан. Төндә Өфө районының Михайловка ауылында күп фатирлы йортта булған янғында ике кешенең - 1983 йылғы ҡатындың һәм 1973 йылғы ирҙең ғүмере өҙөлгән. Шулай уҡ бөгөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре Күгәрсен районы Йомағужа ауылындағы Күмертау психоневрология интернаты филиалы бинаһындағы янғында 23 кешене ҡотҡарған. Учреждение персоналы, ҡотҡарыусылар килгәнгә тиклем хәүефһеҙ зонаға 114 кешене эвакуациялап өлгөргән. Янғын һүндереүселәр иһә төтөн менән ҡапланған бүлмәләрҙән 23 кешене ҡотҡарған. Һалҡындар башланыу менән бөтәбеҙ ҙә йылытыу ҡорамалдарын файҙала башлайбыҙ, әммә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү тураһында онотабыҙ йә күҙәтмәйбеҙ. Ә бит ут һаҡһыҙлыҡты, битарафлыҡты ғәфү итмәй. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы бәләнән һаҡлап ҡалырға теләһәгеҙ, янғын ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ: төҙөк булмаған электр ҡорамалдарын, мейесте файҙаланмағыҙ, ут яғылған мейесте лә ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай. Шулай уҡ балаларҙы һәм өлкән йәштәге кешеләрҙе өйҙә янғыҙҙарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Һаҡланғанды Хоҙай үҙем һаҡлармын, тигән. Фото: mchsrb