Андрей Назаров Өфө фән һәм технологиялар университетын бер йыллығы менән ҡотланы Өфө фән һәм технологиялар университеты (артабан – УУНиТ) бер йыллығын билдәләне. Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, РФ фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Ольга Петрова, РФ Дәүләт Думаһы вице-спикеры Борис Чернышов, УУНиТ ректоры Вадим Захаров ҡатнашты. РФ фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков студенттарҙы һәм преподавателдәрҙе видео аша ҡотланы. -Университет Рәсәй дәүләтселеге нигеҙҙәре модулен индереү буйынса терәк булып тора. Федераль проект һәм программаларҙа ҡатнашыу вуздың үҫеше өсөн етди стимул бирер тип ышанам. Өфө фән һәм технологиялар университеты коллективына энергия, ныҡышмаллыҡ, ә студенттарға ҙур еңеүҙәр һәм киләсәк һөнәрҙәрендә уңыштар теләйем, - тип ҡотланы Валерий Фальков. Премьер-министр Андрей Назаров бөтә институттарҙың, университеттың факультеттары һәм филиалдарының экспонаттары һәм эшләнмәләре ҡуйылған фәнни-интерактив күргәҙ
Андрей Назаров Өфө фән һәм технологиялар университетын бер йыллығы менән ҡотланы
10 ноября 202310 ноя 2023
2 мин