Хәйбулла район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Санкт-Петербургта эш сәфәре менән булғанда ҡала госпиталендә махсус хәрби операцияла яраланған яугир-яҡташы янында булған, уның хәлен белешкән. Был хаҡта ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. “Алексей ҡаты яраланғандан һуң Санкт-Петербург ҡалаһы госпиталендә дауалана. Беҙ уның менән былтыр йәй, уны махсус хәрби операция зонаһына оҙатҡанда танышҡайныҡ. Бер сәғәт аралашыу барышында ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтте. Яугирҙең кәйефе яҡшы, өй күстәнәстәре өсөн ҡыуанып, яҡташтарына күп сәләм еткерҙе. Алексейҙың тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ!“ -тип яҙған Рөстәм Динислам улы. Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.