Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 10 ноябрҙә үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәрен Рәсәй эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы. "Рәсәй, Башҡортостанда ла беҙҙең өсөн был байрам бик мөһим, сөнки иң ауыр минуттарҙа полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт итәбеҙ. Ғәҙелһеҙлек һәм тәртип боҙоу менән осрашҡанда уларҙан ярҙам һорайбыҙ. Улар ҡануниәтте, йәмәғәт именлеген һаҡлай, енәйәтселеккә һәм терроризмға ҡаршы көрәшә. Полиция хеҙмәткәрҙәренең барыһының да ҡулын ҡыҫам! Һаулыҡ, уңыштар теләйем. Хеҙмәтегеҙҙән һәр ваҡыт иҫән-һау ҡайтығыҙ. Байрам менән!” –тип билдәләп үткән республика етәксеһе. Фото: https://t.me/radiyhabirov/5833
Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда уларҙан ярҙам һорайбыҙ
10 ноября 202310 ноя 2023
~1 мин