Хәҙер йәштәр ниндәй генә исем ҡушмай балаға, мәғәнәле, матурҙары ла, ҡайһы ваҡыт аптыратҡандары ла осрай. Республикала Амелия исемле малай бар хәҙер... Яңыраҡ тыуған йәш ата-әсә улдарына ҡушҡан, тип яҙа Башкирия Online порталы. Загс хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, беҙҙә иң популяр исемдәр Әмир менән Әминә икән, йылдың тәүге яртыһы арауығында 400-ҙән ашыу малайға был исем бирелгән, ҡыҙҙарҙың күпселеге лә Әминә исемен йөрөтә хәҙер. Шулай уҡ ҡолаҡҡа ятышһыҙ исемдәр ҙә осрай малайҙар араһында – Али Хусейн, Фиделя, Маркелло, Бао Лонг, хатта Эльвира… Ҡыҙҙарға Раделя, Санан, Велислава тип исем биргәндәр. Исем кешенең яҙмышына туранан-тура йоғонто яһай, тип фаразлаған боронғолар, шуға ла яңы тыуған сабыйҙарына ата-әсәләр яҙмышын билдәләрҙәй, мәғәнәле исем һайлаһын ине. Фото: turdwstock.com