Тема — “Киске Өфө” уттары.
“Башҡортостан 24” телевизион каналының “Өфө ваҡыты” тапшырыуының кесаҙналағы, башҡорт телендәге сығарылышы баш ҡала матбуғатының бөгөнгө хәле, уға ташламалы яҙылыуға арналды. Ҡала кимәлендә сыҡҡан һәм башҡорт телендәге берҙән-бер гәзит – “Киске Өфө” хәҙер республика буйынса танылыу алған. Шул уҡ ваҡытта, ул төп маҡсаты – Өфө хаҡындағы мәҡәләләрҙе беренсе урынға ҡуя. Баш ҡала юбилейы — 450 йылылғы алдынан гәзиттә яңы рубрикалар булдырыла. Был хаҡта баш мөхәррир Гөлфиә Янбаева белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн күп кенә ойошмалар, ижади коллективтар, башҡорт мәктәптәре “Киске Өфөнө” алдыра. Улар араһында “Рәсәй-Башҡортостан” каналы ла бар.
Ә алдағы ҡыш Өфөлә һәм Башҡортостанда башҡа йылдар менән сағыштырғанда йылыраҡ көтөлә. Һауа торошоноң тотороҡһыҙ булыуын тәү сиратта, глобаль үҙгәрештәр менән бәйләргә кәрәк. Тапшырыу ҡунағы — география фәндәре кандидаты Зәкирә Латыпова ошо турала белдерҙе. Ә бына республика халҡын таң ҡалдырған һаҙағай тәбиғәттең матур күренеше генә түгел. Был ҡояштағы үҙгәрештәр һәм геомагнит ҡырының киңәйеүенә миҫал.
“Өфө ваҡыты” тапшырыуы дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын 19 сәғәттә эфирға сыға. Тура эфир студияһы телефоны — +7 (347)-295-98-72, WhatsApp +7-937-840-24-24.
--------------------------
Присоединяйтесь к калалу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!
Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».