Ҡурмас һыйы – халҡыбыҙҙа онотолоп барған боронғо йола. Өләсәйҙәрҙән ҡурмас ҡыҙҙыртып, кеҫәгә тултырып, көнбағыш урынына ҡытырлатып ашап йөрөгән мәлдәрҙе хәтерләйһегеҙме?
Ҡурмас әҙерләүҙең ҡыйынлығы юҡ - таҙартылған бойҙай орлоғон әҙ генә аҡ майҙа ҡыҙҙырып алыу ҙа етә. Бойҙай табала сыртлап һикерә башлаһа, тимәк, ҡурмас әҙер.
”Айыҡ ауыл” проекты сиктәрендә рысыҡайҙар ошо матур йоланы иҫкә алғандар һәм “Ҡоҙасалар” ансамбле ағзалары йәш быуынға ҡурмас әҙерләү серҙәрен өйрәткән, унан етештерелгән ризыҡтан ауыҙ иттергән. Йыр-бейеү, уйын-көлкө менән үткән йола байрамы балаларға ла, Хөсәйен ауылынан килгән ҡунаҡтарға ла бык оҡшаған. Тулы материал киләһе һанда.