Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ришат Төхвәтуллинды кисен кем сығармай?

“Туған тел” телеканалындағы “Сер итеп кенә” тапшырыуын алып барыусы Роза Хәйруллина Ришат Төхвәтуллиндан өйләнгәс тормошонда нимәләр үҙгәреүе хаҡында һорашҡан. “Барыһы ла шулай уҡ инде. Күңел тынысланды. Әллә нәмәләр үҙгәрҙе тип әйтеп булмай инде. Яуаплылыҡ артты. Унан хәҙер кистәрен сығып булмай. “Ҡасан ҡайтаһың?”, “Ниңә бараһың?”. Дуҫтар менән күрешергә лә һорап китергә кәрәк. Өйләнмәгән ваҡытта ғына ул сыҡтың, киттең. Миңә: “Ниңә Әлиәне өйҙә бикләп тотаһың?” –тип әйтәләр ине. Бында мине бикләп тоталар өйҙә. Нимә үҙгәрҙе, тигәндән, хәҙер барыһы ла үҙ яйына килде. Бер нәмәне лә йәшереп йөрөйһө түгел. Беҙ бит мөнәсәбәттәребеҙҙе күрһәтергә яратмай инек. Хәҙер ҡайҙа барһаҡ та, ҡулға-ҡул тотоношоп йөрөйбөҙ, проблема юҡ”, – тигән Ришат. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әлиә Ҡарасурина менән Ришат Төхвәтуллин өйләнешеп, хәҙер үҙҙәренең фатирында йәшәй. Йәштәргә ғаилә бәхете, мөхәббәт һәм ижади үрҙәр теләйбеҙ! Фото һәм текст сығанағы: "Интертат".