Бер нисә ҡыҙыҡлы һан. Рәсәй баҙарында ҡулланылған бөтә бетон бутағыстарының 37 процентын Белорет йылылыҡ ҡорамалдары заводы етештерә. Тағы 44 проценты - импорт продукцияһы, ә 19 проценты - Лебедянск заводының бетон бутау машиналары, әммә улар сәнәғәт ҡулланылышына иҫәпләнгән.
Көнбайыш санкциялары Рәсәй баҙарын Европа конкуренттарынан таҙартып, заводҡа ярҙам итә. Асылда, ватан етештереүселәренә карта-бланш бирелгән, һәм Белорет заводы хәлде оҫта файҙаланған. 2021 йылда бында 59 мең бетон ҡатнашҡыс, 2022 йылда - 60,5 мең, 2023 йылдың ун айында - 65,5 мең бетон бутағыс етештерелгән.
Компанияның үҙ конструкторҙар бюроһы, уйлап табыусылары, рационализаторҙары бар. Ҡулланма деталдәр һәр саҡ сервис үҙәктәрендә - уларҙың бөтә Рәсәй буйынса 260 самаһы нөктәһендә һәм завод магазинында бар.
Ҡытай конкуренттарының деталдәре (венец), ҡағиҙә булараҡ, монолитлы суйын, һәм боҙолған осраҡта бетон бутағысты һүтеп алырға тура килә. Белоретта етештерелгәне был йәһәтитән күпкә уңайлы.
Предприятиела йылылыҡ пушкалары етештереү ҙә әүҙем үҫешә. Был Рәсәйҙә туранан-тура йылытмай торған дизель йылылыҡ пушкаларын етештергән берҙән-бер предприятие, һәм уға ихтыяж йылдан-йыл арта. Тағы ла санкциялар ярҙам итә - элек төп конкурент итальян "Мастер" компанияһы иҫәпләнһә, хәҙер баҙарҙа импорттан тик Ҡытай ғына бар.
Петербургтан етештереүсе армия палаткаларын Белорет йылылыҡ пушкалары менән йыһазландыра.
Октябрҙә Белорет йылылыҡ ҡорамалдары заводы Рәсәй Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса тормошҡа ашырылған "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проекты сиктәрендә үҙенең пилот проектын уңышлы яҡлай. Бөтә ил буйынса эксперттар - төрлө уңышлы бизнестың ун вәкиленән торған төркөм предприятиела бушлай мониторинг үткәрҙе һәм бер нисә профессиональ консультация бирҙе. Бер айҙа етештереү күләме хеҙмәткәрҙәр һанын һаҡлап 7 процентҡа арта.