Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ул ҡайтам тип һүҙ биргәйне...

Учалынан Гөлнара Ибәтуллинаның һөйөклө ире – ил һаҡсыһы, батыр яугир Айнур Ибәтуллин тураһында яҙмаһы менән уртаҡлашабыҙ. Айнур Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны яугире ине. “Был яҙмамды мине 40 көн элек ташлап киткән яратҡан иремә бағышлайым. Барыһы ла шул тиклем матур башланғайны. Беҙҙең менән шундай ауыр һәм ҡурҡыныс хәл булыр тип бер кем дә уйламағайны. Айнурым менән мин тыуғандан алып танышмын – беҙ бер ауылдан. Бергә үҫтек, уйнаныҡ, уҡыныҡ. Беҙҙе минең әсәйем Ҡужаҡова Миңзәлә Фуат ҡыҙы уҡытты. Элек ауылыбыҙҙа аҙ комплектлы мәктәп булды (ике класс бер бүлмәлә уҡыны). Беҙ йәнәш ултырҙыҡ һәм гел бер-беребеҙгә ҡарай инек. Мин әҙерлек класындамын, ә ул – 2-селә. 3-сө кластан һуң беҙҙе Учалы урта мәктәбенә күсерҙеләр. Ситтән килгән балалар барыбыҙ ҙа интернатта йәшәнек. Миңә – 12, уға 14 йәш булғанда ҡыҙыҡлы мөхәббәт тарихы башланды. Беҙ мотоциклда елдерҙек, йәйгеһен усаҡ янында ултырҙыҡ, оҙатҡанда ул миңә көләмәстәр һөйләй ине. Уны армияға оҙатып, көтөп алдым. 1999 йылдың 5 февралендә өйләнештек. Беҙ уның менән утты ла, һыуҙы ла үттек. Әммә шуны әйтә алам: мин уға барыһы өсөн дә рәхмәтлемен. Тормош ауырлыҡтары һөйөүебеҙҙе нығытты ғына. Балаларыбыҙ өсөн рәхмәт! Мин яңғыҙ түгел, эргәмдә балаларыбыҙ: Урал, Розалина, Айбулат. Июлдә шылтыратҡанында мин унан үҙен һаҡлауын һәм иҫән ҡайтыуын һораным. Ул ҡайтырға вәғәҙә бирҙе. Юбилейына үҙенең яратҡан йырын – Азат Фазлыевтың репертуарынан “Һин ҡалдырма”ны йырлауымды һораны. Әммә юбилей булманы... Ул 45 йәшендә китте. Бөгөн мин уның өсөн йыр башҡарам. Рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем, һөйөклөм, бергә йәшәгән йылдар өсөн! Мин һине бер ваҡытта ла онотмаясаҡмын...” Яугирҙең ҡатынына, ғаиләһенә һәм яҡындарына ныҡлыҡ, сабырлыҡ теләйбеҙ. Айнурҙың йәне йәннәттә булһын, тыныс йоҡлаһын. Фотолар: Г. Ибәтуллинаның шәхси альбомынан. Сығанаҡ: vk.com/id151839389